Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
9 Июнь 2022, 13:55

Һәр бәшмәктең үҙ ғилләһе

Бер йылы маслята күп булды. Артып ҡайтып индек. Асыҡҡанбыҙ. Инеп ашап алабыҙ ҙа йыуабыҙ, тип өйгә инеп киттек. Сыҡһаҡ.... нимә күрәбеҙ!  Ҡайным тора шат йылмайып:" Килен, мин бәшмәкте ҙур кәритәгә ауҙарҙым да өҫтөнә ике биҙрә йылы һыу ҡойҙом, һыуыҡ һыу менән йыуып ҡулығыҙға һыуыҡ тейеп бөтә!" Бына һиңә мәәә! Маслятаны бит һыуға тейҙермәйһең, ул губка кеүек һыуҙы һеңдереп ала ла эшлекһеҙ иҙән йыуғысы кеүек лапшайып ята ла ҡуя. Тотоп та булмай тайғаҡлана, ҡулдан ырғый-ырғый ҡаса ла китә.

Һәр бәшмәктең үҙ ғилләһе
Һәр бәшмәктең үҙ ғилләһе

Мин тағы ла бәшмәккә барып килдем. Урманда уже кешеләр күренә, кисә юҡ ине, ялға ҡарай тулып китерҙәр инде.

Маслята баҫтырып йөрөп асығып кителгән.
Бер йылы шулай итеп ошо маслята күп булды. Артып ҡайтып индек. Асыҡҡанбыҙ. Инеп ашап алабыҙ ҙа йыуабыҙ тип өйгә инеп киттек.

Сыҡһаҡ.... нимә күрәбеҙ 

Ҡайным тора шат йылмайып:" Килен, мин бәшмәкте ҙур кәритәгә ауҙарҙым да өҫтөнә ике биҙрә йылы һыу ҡойҙом, һыуыҡ һыу менән йыуып ҡулығыҙға һыуыҡ тейеп бөтә!"

Бына һиңә мәәә

Маслятаны бит һыуға тейҙермәйһең, ул губка кеүек һыуҙы һеңдереп ала ла эшлекһеҙ иҙән йыуғысы кеүек лапшайып ята ла ҡуя. Тотоп та булмай тайғаҡлана, ҡулдан ырғый-ырғый ҡаса ла китә.

Ну вот, хоть стой, хоть падай.

Нуу теттем инде мин уны эстән генә , эт тиреһен ҡапланым инде ҡаплауын башына, әммә һуң, эш үткән. Бәшмәк эшкинмәне.

Илай-илай алып барып һарыҡҡа бирҙем. Улары тора ҡыуанып , ауыҙ- морондары күпереп:" Был ниндәй бәхет ауҙарып китте хәзәйкә,"-тип.

Кисә йыйып ҡайтҡас та ҡайныма көләм:" Әйҙә, маслята йыуыш, һин оҫта йыуа торғайның түгелме?"- тип, һеее, тигән булды ла, елкәһен тырнап ҡуйҙы.
😁
Маслятаның ҡалпағының шыптырын һыҙырып алаһың да и псё😁

Автор:Гульдар Кадаева