Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
27 Май 2022, 11:40

Беҙгә 20 йәш!

  “Атайсал” гәзите хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында үткән “Беҙгә 20 йәш” кисәһендә ҡатнашты. Кемгә 20 йәш тулған һуң?

Беҙгә 20 йәш!
Беҙгә 20 йәш!

 Әлбиттә, Иҫәнбәт "Һандуғас"тарына! Был фольклор ансамбль ике тиҫтә йылдан ашыу төбәк халҡын күңелле һәм дәртле сығыштары менән ҡыуандыра. “Һандуғастар”ҙы Күсей ауылы хәкимиәте башлығы Әбсәләмов Мөхәмәт Рәфҡәт улы ҡотланы һәм ижади төркөмдөң әүҙем ағзаларына Рәхмәт хаты һәм бүләк тапшырҙы. Күрше Күсей ауылының Сәриә Рәшит ҡыҙы етәкселегендәге "Миләштәр" ансамбле моңло йырҙары, бейеүҙәре, тәмле күстәнәстәре менән ҡыуандырҙы. Төркмән ауылынан Розалия Зиннур ҡыҙы етәкселегендәге "Төйәләҫ" ансамбле лә буш ҡул менән килмәгән. Иҫәнбәттең "Ҡарлуғас" һәм "Гөлдәр" төркөмдәре матур йырҙары, бейеүҙәре, Лилиә еңгәй яҙған таҡмаҡтары менән сығыш яһаны.

Матур кисә хаҡында тулы материалды гәзитебеҙҙең 3 июнь сығасаҡ һанында уҡығыҙ.

 

Беҙгә 20 йәш!
Беҙгә 20 йәш!
Беҙгә 20 йәш!
Беҙгә 20 йәш!
Беҙгә 20 йәш!
Автор:Гульдар Кадаева