АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
25 Апрель 2022, 15:10

ЭШЕМДӘН КИНӘНЕС ТАБАМ

Талантһыҙ кеше булмай. Һәр кемдең үҙ һәләте бар. Шуға тырышлығыңды ҡушып ебәрһәң, талантыңды күптәр күрә, белә. Бөгөнгө көндә был мөһим, сөнки һәр кем үҙ шөғөлөнән килем ала ала.

ЭШЕМДӘН КИНӘНЕС ТАБАМ
ЭШЕМДӘН КИНӘНЕС ТАБАМ

Талантһыҙ кеше булмай. Һәр кемдең үҙ һәләте бар. Шуға тырышлығыңды ҡушып ебәрһәң, талантыңды күптәр күрә, белә. Бөгөнгө көндә был мөһим, сөнки һәр кем үҙ шөғөлөнән килем ала ала.
Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылында буй еткергән Гүзәл дә нәҡ шундай фекерҙә. Сибай педагогия колледжын тамамлап, кейәүгә сығып, бер-бер артлы ике улға ғүмер биргәс, декрет ялында ҡул ҡаушырып ултырырға теләмәгән ул. Шул рәүешле үҙ шөғөлөн килем сығанағына әүерелдергән.
--Һөнәрем буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһымын. Әммә эшләгәнем юҡ. Сөнки ирем вахта ысулы менән ҡырҙа, ә малайҙар бәләкәй. Әҙерәк нығынһындар, өйҙә ултырһындар тип, бөтә ваҡытымды уларға бағышланым. Улар үҫеп, ҡул араһына инә башлағас, килем алыу уйы тыуа башланы. Ләкин беҙ, башҡорт халҡы, үтә баҫалҡы бит. Кеше нимә әйтер, тип тә уңайһыҙланабыҙ. Шулай ҙа бер батырсылыҡ итеп бешергән сәк-сәк һәм бауырһаҡтарҙың фотоһын интернеттағы социаль селтәргә һалдым. Яйлап ҡыҙыҡһыныусылар, заказ биреүселәр барлыҡҡа килде,--ти Гүзәл Йәрмөхәмәтова.
Йәш ҡатын электән бешеренергә ярата. Әммә кешегә тәҡдим иткән ризығыңдың сифатлы һәм ҡарап тороуға матур булыуы шарт. Шуға ла Гүзәл төрлө сығанаҡтарҙан уларҙы мөмкин тиклем матур биҙәргә, татлы итеп бешерергә өйрәнә.
--Сәк-сәк янына бер нәмә кәрәк ине. Шуға бауырһаҡ бешерергә булып киттем. Биш көн ҡаңғырҙым, килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Килтереп сығарғас, фотоларын ҡуя башланым. Кешеләр туйға, никахҡа, юбилейҙарға ала. Был мине дәртләндерҙе,--ти оҫтабикә.
Ниндәйҙер эш башлар алдынан һәр кемгә яҡшы таяныс кәрәк. Был йәһәттән Гүзәл уңған. Ире уны ярты һүҙҙән аңлап, хуплап, маҡтап ҡына тора. Өйҙә саҡта әсәләренә мәшәҡәмәтләмәһендәр тип малайҙарҙы әүрәтә, ҡала буйлап ҡайҙалыр заказды алып барырға кәрәк булһа, елдереп барып килә.
--Терәкһеҙ булмайҙыр. Өйләнешкәс тә ер бүлеме алып, Сибай ҡалаһының Төньяҡ ҡасабаһында өй һалып сыҡтыҡ. Ирем минең һәр башланғысымды хуплай, ярҙам итә. Әле 7 һәм 5 йәшлек Батыр һәм Урал исемле улдарыбыҙ үҫеп килә. Улар ҙа аңлай. “Әсәй бөгөн бешерә”,--тип үҙаллы ғына уйнап торалар. Ирем ҡырҙа саҡта бар эш минең елкәлә. Балаларҙы мәктәпкә, балалар баҡсаһына алып барам да заказдар йыям. Аҙна башында кәрәкле ингредиенттар артынан йөрөһәм, аҙна аҙағына заказдарҙы өлгөртәм. Сөнки байрам мәжлестәре аҙна аҙағында. Хоббим оҡшай, бешергән саҡта оло ҡәнәғәтлек кисерәм. Селтәр, хәситәләр ҙә эшләп ҡарағайным ул, тик ул ваҡытты күберәк ала. Бешереү ҙә анһат түгел, шулай ҙа күңелемә нығыраҡ яҡын,--ти Гүзәл.
Заман менән бергә атлаған, оҫта ҡуллы хужабикәгә һоҡланырға ғына ҡала. Афарин!
Резеда Усманова.

Автор:Резеда Валиева