АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
19 Апрель 2022, 15:10

АЛТЫН ҠУЛЛЫ ЙӘМИЛӘ

Һәр яҡлап уңған кешеләр була. Ҡулдарынан килмәгән эше юҡ! Ҡайһы ваҡыт өлгөрәләрҙер? Шундай уңған, өлгөр, бөтмөр, сос ул Йәмилә Баязитова. 

АЛТЫН ҠУЛЛЫ ЙӘМИЛӘ
АЛТЫН ҠУЛЛЫ ЙӘМИЛӘ

Заман башҡа—заң башҡа, тигәндәй, бөгөнгө йәштәр бер һөнәр менән генә сикләнмәй. Мөмкин тиклем күберәк шөғөл үҙләштерергә, аҡса эшләргә тырыша. Интернеттың булыуы ла ярап ҡала. Кәсебе булған һәр кем социаль селтәрҙәр аша ҡул эштәрен һата. Шундай уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәй.

Йәмилә Баязитова хаҡында беҙ әлеге лә баяғы интернет селтәрендә таныштыҡ. Изолондан аллы-гөллө сәскәләр, светильниктар эшләүсе ҡатын менән бәйләнешкә инеп, әңгәмәләшеп алғас, уның күп яҡлы уңған, бөтмөр ханым икәненә инандыҡ.

Йәмилә сығышы менән Йомаш ауылынан. Сибай гимназия-интернатын тамамлағас, Сибай институтында филология факультетында белем ала. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булған Йәмиләгә һөнәре буйынса оҙаҡ эшләргә тура килмәй.

--Темәскә килен булып төштөм. Ирем Илнур менән Батырхан, Тимерхан исемле малайҙар, Ынйыгөл исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Уларға 7, 6 һәм 3 йәш. Өсөһөнә лә аталары матур исем һайланы. Тормоштары ла күркәм булһын тип улар өсөн тырышабыҙ. Мин ҙур йортобоҙҙа йәм булдырыр өсөн бар көсөмдө һалам, ирем мал таба. Уның ҡулы алтын. Һөнәре буйынса водитель булһа ла бөтә эшкә лә оҫта, нимәгә тотонһа ла булдыра. Һәр төрлө станоктарҙы үҙе эшләп ала. Мәҫәлән, утын яра, таҡта йыша торған станоктары бар. Ғаиләлә ир менән ҡатын бер маҡсатта, бер уйҙа булһа, ауырлыҡтарға бирешмәй, рәхәтләнеп донъя көтөргә мөмкин,--ти хужабикә.

Йәмиләнең ҡартәсәһе Фатима Аҡбулатова (мәрхүмә) ауылда шәп тегенсе булараҡ дан алған. Ире Ильястан иртә тол ҡалғас, 9 баланы аяҡҡа баҫтырыр өсөн бар көсөн һалған. Уның ҡыҙҙары, йәғни Йәмиләнең инәләре лә күлдәктәр тегеп, һаҡал, хәситәләр эшләп күргәҙмәләргә йөрөй икән. Уларҙың ҡул эштәре Өфө, Мәскәү тарафтарына ла барып еткән. Бәләкәйҙән ҡартәсәһенең, инәләренең ҡул эштәрен күреп үҫкән Йәмилә лә тегеү, бәйләү, сигеү менән ҡыҙыҡһына.

--Иң тәүге эшем бәйләнгән кофта булды. Улым тыуғас бәйләп кейҙерҙем. Унан яҫтыҡ тыштарын семәрләп тегә башланым. Был эш ялҡытҡас мәрйендәрҙән төрлө сәскәләр, ағастар эшләнем. Ҡағыҙҙан да сәскәләр эшләп, уларға кәнфиттәр беркетеп, татлы гөлләмәләр булдырҙым. Декретта һис кенә лә тик ултырғы килмәй ине. Һәр саҡ алға, яңылыҡҡа ынтылдым. Аҙаҡ изолондан светильник эшләүгә күстем, һәр төрлө мәрйедән тәсбихтәр эшләй башланым. Ҡул эштәрем шул тиклем күбәйеп киткәс, яҡындарыма бүләк иттем. Бер апай: “Мә, ҡулыңды буш итмә”,--тип аҡса һонғас, башыма “ҡылт” итеп уй килде. Ниңә ыҙалап эшләгән эшемде бушҡа таратам әле? Шулай итеп һатыуға сығарҙым. Улым мәктәптә уҡый башлағас, уҡытыусы ата-әсәләргә милли орнаментлы галстук алайыҡ тине. Мин үҙем тегәм тинем. Шулай итеп тағы һөнәр арттырҙым. Хәҙер яратҡан эшем—галстук тегеү. Уларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Хатта кешеләр телефонына “Галстук Йәмилә” тип яҙып алған. Түшәк-яраҡтар тегеү, ҡорағандарҙы ҡыҫҡартыу, ламбрекендар эшләү минең өсөн бер ни түгел,--ти Йәмилә.

Заман менән бергә атлап, һәр саҡ камиллашырға  ынтылған Йәмилә Баязитова кондитерға ла уҡып алған. Торт, сәк-сәктәр ҙә бешереп оҫтарған. Әле лә яңынан-яңы ҡул эштәренә өйрәнә. Һуңғы эше эпоксидлы ы5маланан булған. Унан ул емеш-еләк һауыты эшләгән. Был өлкәлә Йәмилә әле тәжрибә туплай.

Нимәгә тотонһа ла уны матур итеп башҡара алған хужабикәгә һоҡланмау мөмкин түгел! Бер юлы балаларын тәрбиәләп, ғаиләһен бағып өлгөргән Йәмилә һыйырын һауып, уның ағын эшкәртеп, ауылдаштарына май, ҡаймаҡ, эремсек тәҡдим итеп тә өлгөрә. Эшһөйәр, уңған, бөтмөр ҡатынға күҙ теймәһен!

Автор:Резеда Валиева