Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
16 Апрель 2022, 14:25

Әйләнде орсоҡ, әйләнде

Сибайҙа “Әйләнә орсоҡ, әйләнә” фольклор байрамы үтте. Унда Урал аръяғының ижади коллективтары үҙ мөмкинлектәрен һынап ҡараны.

Әйләнде орсоҡ, әйләнде
Әйләнде орсоҡ, әйләнде

Был көндө ҡаланың Балалар ижады үҙәге башҡорт мөхитенә сорналды. Бында ҡатнашыусы һәр кем күңелле ауыл тормошона барып ҡушылды. Аулаҡ өй, Кис ултырыу кеүек йолалар күрһәтелеп, ҡатын-ҡыҙҙар ҡул эштәрен, кәсептәрен күрһәтеп ярышты, йырлап-бейеп күңел асты.

Уңғанбикәләр һуҡҡан аллы-гөллө балаҫтар, ҡорама юрғандар һәм яҫтыҡ тыштары, көмөш һауыт-һаба, еҙ самауыр, сағыу милли кейемдәр – байрамға айырыуса сағыу биҙәк өҫтәне. Әммә фольклор ярышының төп биҙәге – уңған ханымдар булды. Улар ҡулында ҡот уйнай, нимәгә тотонһа ла эш итә белгән гүзәл заттар “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берекмәһе ойошторған сарала йөн тетеп, иләп, бәйләп ярышты.

 

Командаларҙың һәр ҡайһыһы үҙ-үҙе менән таныштырыу, йөн иләү, сиратыу, аяҡлау һәм йомғаҡлау ярыштарында һынатманы. Баһалама ағзалары һәр оҫтаның эште күпме ваҡытта атҡарып сығыуына иғтибар итте, йомғаҡты нисек - ҡатымы, йомшаҡмы - йомарлауын тикшерҙе. Берәүҙәре ярышҡанда, икенселәре йырлап-бейеп, таҡмаҡ әйтеп тамашасыларға күңелле ял минуттары бүләк итте

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә ойошторолған сараның төп маҡсаты - халҡыбыҙҙың элекке шөғөлдәрен, кәсептәрен тергеҙеү, уларҙы йәш быуынға еткереү, район-ҡала бәйләнешен нығытыу, тәжрибә туплау, аралашыу булды.

Әйләнде орсоҡ, әйләнде
Әйләнде орсоҡ, әйләнде
Әйләнде орсоҡ, әйләнде
Автор:Гульдар Кадаева