Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
11 Апрель 2022, 15:20

ШӨҒӨЛӨ БАР ШӨҒӨЛӨН КҮРҺӘТЕР...

Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙ мираҫы булған кәсептәргә иғтибар артты. Хәҙер ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.

ШӨҒӨЛӨ БАР ШӨҒӨЛӨН КҮРҺӘТЕР...
ШӨҒӨЛӨ БАР ШӨҒӨЛӨН КҮРҺӘТЕР...

Баймаҡ районы Йомаш ауылында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙары балаҫ һуғыу оҫтаһы Аҡбулатова Сәриә Әсҡәт ҡыҙының өйөнә барып, балаҫ һуғыу оҫталығын күреп, өйрәнеп ҡайтҡан.
--Сәриә Әсҡәт ҡыҙы--башланғыс кластар уҡытыусыһы, үҙе белгән бар ҡул эштәрен уҡыусыларына ла өйрәтә,--тип хәбәр итә йомаштар.

Оҫталыҡ дәресе алған ҡатын-ҡыҙҙар дәртләнеп балаҫ һуғыу станогы эшләтергә заказ биргән. Тиҙҙән Сәриә Әсҡәт ҡыҙының өйрәнсектәре оҫтарып, үҙҙәре һуҡҡан балаҫтар менән дан алыр, тип ышанабыҙ.

Автор:Резеда Валиева