АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
4 Апрель 2022, 17:50

ЮЛДЫБАЙ ШӘЛЕНӘ НИ ЕТӘ?

Шәл бәйләү—башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының элек-электән быуындан-быуынға тапшырыла килгән шөғөлө. Кәзә дебетенән бәйләнгән шәл йылы ла, матур ҙа, күп сирҙәрҙән дауалау көсөнә лә эйә. Быны Йылайыр районы Юлдыбай ауылының «Ҡанифа» ағинәйҙәр ҡорона йөрөүсе апай-инәйҙәр ҙә яҡшы аңлай. Уның етәксеһе Миләүшә Шаһыбал ҡыҙы Моратова әйтеүенсә, ағинәйҙәр фәҡәт Юлдыбай дебетенең данын арттырыу һәм уны тирә-яҡҡа таратыу буйынса тынғыһыҙ эш атҡара. Шәл бәйләү оҫталары йыл да республикала үткәрелгән «Башҡорт шәле» фестиваль-конкурсында ҡатнашып, дипломдар яулай, район кимәлендә уҙғарылған мәҙәни сараларҙа оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә.

ЮЛДЫБАЙ ШӘЛЕНӘ НИ ЕТӘ?
ЮЛДЫБАЙ ШӘЛЕНӘ НИ ЕТӘ?

Шәл бәйләү—башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының элек-электән быуындан-быуынға тапшырыла килгән шөғөлө. Кәзә дебетенән бәйләнгән шәл йылы ла, матур ҙа, күп сирҙәрҙән дауалау көсөнә лә эйә. Быны Йылайыр районы Юлдыбай ауылының «Ҡанифа» ағинәйҙәр ҡорона йөрөүсе апай-инәйҙәр ҙә яҡшы аңлай. Уның етәксеһе Миләүшә Шаһыбал ҡыҙы Моратова әйтеүенсә, ағинәйҙәр фәҡәт Юлдыбай дебетенең данын арттырыу һәм уны тирә-яҡҡа таратыу буйынса тынғыһыҙ эш атҡара. Шәл бәйләү оҫталары йыл да республикала үткәрелгән «Башҡорт шәле» фестиваль-конкурсында ҡатнашып, дипломдар яулай, район кимәлендә уҙғарылған мәҙәни сараларҙа оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә.

Оҫта ҡуллы Гөлнур Нәҙерғолова бала саҡтан шәл бәйләүе тураһында бәйән итте. Сығышы менән Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы Һунарсы ауылынан булған ханым 1978 йылда Юлдыбай егете Рауил Ерьес улы менән тормошон бәйләй. Шул көндән алып килен булып төшкән ырыҫлы ерҙе яратып өлгөрә. 26 йыл Юлдыбай урман питомнигында хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡас башкөллө яратҡан шөғөлөнә сума ул.

—Мин 6 йәштән шәл бәйләйем. Әсәйем ҡушыуы буйынса, тәүҙә шәлдең ситтәрен, аҙаҡ үҫә төшкәс уның уртаһын бәйләргә өйрәндем. 83 йәшлек әсәйем әле булһа был шөғөлөнән айырылғаны юҡ,—ти Гөлнур апай. Оҫтабикәнең дебеттән бәйләгән шәл, палантин, косынка, паутинкаларының иҫәп-һаны юҡ. Беҙҙең менән аралашҡан арала ла ҡулынан энәһен төшөрмәй, шәлдең телдәрен ҡанай.—Заказ буйынса ҡатын-ҡыҙҙарға жилеттар, ир-егеттәргә кепка, бирсәткәләр ҙә бәйләнем. Элегерәк үҙебеҙ күпләп кәзә тоттоҡ, хәҙер дебетте Һарыҡташтан йәки Иҫәнғол баҙарынан барып һатып алам. Унан рәхәтләнеп йыл әйләнәһенә шәл бәйләп сығам. Әле декабрҙә алты шәлемде һатып ебәрҙем. Ниндәйен генә бәйләмәнем мин шәлдең? Ейәнсура районында йәшәүсе ике туған килендән шаҡмаҡлы биҙәклеһен дә өйрәнеп ҡайттым. Шәлдең ситендәге биҙәктәрҙең исемдәрен ишеткәнегеҙ бармы? Бына улар—һалма, ҡар бөртөктәре, кәкерсәк, шоморт, тура сыбыҡ, тырнаҡ, шыршы, сылбыр, фантазия... Шәлде бәйләүе оҙаҡ түгел ул. Мин паутинканы ике көндә, дебет шәлде бер аҙнала бөтөрәм. Ә бына дебеттең үҙен әҙерләп алыуға күп ваҡыт талап ителә. Тәүҙә кәзә мамығын ҡабалайһыҡ, унан иләйһең, шунан ҡат ҡатлайһың һәм сиратаһың. Шәлде бәйләгәс йыуып, киргегә тартып киптерәһең,—тип һүҙен дауам итте әңгәмәсем.

Гөлнур Әхмәҙулла ҡыҙы бар яҡлап та һәләтле. Һаҡмар буйына килен булып төшкән ханым балыҡ ҡармаҡларға ла ярата икән. Боронғо тәңкәләрҙе йыйыу менән дә мауыға. Уның алииҙеүендә Петр I, Николай I батшалар заманындағы тәңкә-миҙалдар урын алған.

Икенсе әңгәмәсем Фатима Сәғәҙей ҡыҙы Айытҡолова—Юлдыбай ҡыҙы. Ул да беҙҙең һөйләшеүгә ихлас ҡушылды.

—Ошонда тыуғанмын, үҫкәнмен һәм йәшәйем. Шәл бәйләүҙе мин студент саҡта үҙләштерҙем. Мәктәпте тамамлағас Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға ингәйнем. Ятаҡханала Ейәнсура ҡыҙҙары менән йәшәнем. Шуларҙан шәлдең ситен бәйләргә өйрәнеп алдым. Әммә оҙаҡламай ауылдашым Миңлебай Әхмәҙулла  улына кейәүгә сығып, 2-се курстан һуң уҡыуымды ташлап, ауылға ҡайтырға тура килде. Шунан теге шөғөл иҫкә төштө бит. Кәтүкле еп, єнә һатып алып шәл бәйләргә тотондом. Күрше Раҡыя апайҙан ҡаба алып, дебетте ҡабалап, иләп, сиратып эш башлағаным әле лә хәтерҙә. Үҙемә кәрәк булғас өйрәнеп киттем. Үҙебеҙ кәзә көттөк, Юлдыбай кәзәләренең дебете шул тиклем матур, йомшаҡ. Төҫтәре лә үҙенсәлекле: ҡара, һоро, күкшел, аҡ, һары. Ысын, беҙҙең дебет шәлдәргә еткән шәл юҡ ул. Үҙе ҡабарып ҡалҡып китә, үҙе еңел, йылы була. Ваҡытында дебеттән түбәтәйен дә, шарфын да, кофта-юбкаһын да, гамажын да бәйләп кейҙек. Дебет тирләтмәй, йылы тота, баш ауыртыуын, билдең һыҙлауын баҫа,—тип ҙур кинәнес менән һөйләй Фатима апай.

«Ҡанифа» ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Миләүшә Моратова ла бала саҡтан шәл бәйләү серҙәрен үҙләштергән кеше.

—Миңә 6 йәш тирәһе булғандыр, Фәүзиә инәйем шәлдең ситен бәйләргә өйрәтте. 7-се класта ойоҡбаш, жилеттар бәйләй торғайным, ә 10-сы класта шәлгә тотондом. Күпләп кәзә көттөк беҙ. Үҙебеҙҙең Юлдыбай өҫтөнлөк бирәм. Үкенескә күрә, һуңғы йылдарҙа шәхси хужалыҡтарҙа мал һаны кәмене, кәзәләр ҙә әҙәйҙе. Шулай ҙа, киләсәктә тап Юлдыбай дебетенең данын арттырыу маҡсатында , үҙебеҙҙә шәл бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, төрлө йыйын-форумдар ойошторорға ниәтләйбеҙ,—тип үҙ фекере менән уртаҡлашты ағинәй.

Миләүшә Шаһыбал ҡыҙы бына 5 йыл тирәһе район ағинәйҙәре араһында турпыша һуғыу станогында эшләүҙе тергеҙеү менән шөғөлләнә. Үҙе станокта шарф, сумка, балаҫ, палантин һуғыу алымдарын үҙләштергән. Ошо уҡ станокта матур ғына итеп шәл дә һуҡҡан. Киләсәктә ошо юҫыҡта эште тағы ла йәнләндереү теләге менән янып йәшәй ул. Уның был башланғысында тормош иптәше Альфред Зөлҡәрнәй улы ла ярҙамлаша, станоктарҙы ҡороп, урынлаштырып биреүсе лә ул.

Бар ергә лә, бар эшкә лә өлгөр ағинәйҙәребеҙгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Улар ғаиләһен, балаларын ҡарарға ла, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек йорт мәшәҡәттәрен башҡарырға ла ваҡыт таба, буш ваҡыттарын халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеү, уларҙы йәштәргә өйрәтеп ҡалдырыуға бағышлайҙар. Һис шикһеҙ, изге йөрәкле ағинәйҙәребеҙҙең аҡ єштәре үҙ емештәрен биреренә ышаныс ҙур.


Альбина Ҡоҙашева.

Һүрәттә: Юлдыбай шәленең данын таратыусылар Гөлнур Нәҙерғолова, Миләүшә Моратова һәм Фатима Айытҡоловалар үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыуға йыйылған.

Автор:Резеда Валиева