АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
24 Март 2022, 20:45

ЮРҒАН КҮБЕЙ ИНӘЙҘӘР

Тәбиғи мамыҡтан юрған һырыу өмәһе халҡыбыҙҙың борондан килгән йолаһы. Элек әсәйҙәр, өләсәйҙәр бирнәгә ҡыҙҙарына өмәгә йыйылып юрғандарҙы үҙҙәре һырып биргәндәр.Бөгөнгө көндә магазин кәштәләрендә ниндәй генә төрҙәре юҡ ул юрғандарҙың. Һарыҡ, дөйә йөндәренән дә, ҡош мамыҡтарынан да, синтетик материалдарынан да эшләнгән юрғандарҙың йәнеңә теләгәнен һатып алып була.Тик үҙ ҡулдарың менән эшләнелгән юрғанға етәме ни һуң?!

ЮРҒАН КҮБЕЙ ИНӘЙҘӘР
ЮРҒАН КҮБЕЙ ИНӘЙҘӘР

Бөгөн Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында ағинәйҙәр юрған күбеү йолаһын күрһәткән.

Был хаҡта Рәүилә Хәсәнова социаль селтәрҙә былай тип яҙа:

- Бөгөнгө көндә йәмғиәттә Ағинәйҙәр хәрәкәте ғәйәт ҙур ағартыу эше алып бара. Сыңғыҙ ауылында үткән зона йыйыны быға асыҡ миҫәл булып тора. Сыңғыҙ ауылы ағинәйҙәренең ( етәксеһе Ишһылыу Рәжәпова ) милли кәсептәрҙе тергеҙеү буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашырға Түбәнге, Үрге Яйыҡбай , Ниғәмәт, Таулыҡай , 1 - се Этҡол, ,Буранбай ауылы ағинәйҙәре рәйестәре йыйылды.
💥Түбәнге Яйыҡбайҙан был сарала ауылдың Ағинәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фирҙәүес Хәсәнова ҡатнашты. Сыңғыҙҙар матур йола үтәп , иң изге теләктәрен әйтеп, ҡыҙ баланың бирнә һандығына һарыҡ йөнөнән юрған эшләне. Йыйында башҡа төрлө оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтелде. Юрған күбеү йолаһы урын еренә еткереп башҡарылды.
Сарала ҡатнашыусылар йыйындың эшен юғары баһаланы һәм һәр береһе яңы пландар, матур идеялар менән рухланып, ҡанатланып, йорттарына таралышты.

Автор:Резеда Валиева