АТАЙСАЛ
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Күркәм ханымдар
6 Марта 2022, 07:00

БЕҘ БУРАНБАЙ ҠЫҘҘАРЫ

Буранбай әллә ни ҙур ауыл да түгел. Әммә уның даны бөтә республикаға таралған. Буранбайҙың ҡайһы районда урынлашҡанын әйтеү ҙә артыҡ. Әллә күпме йырсыға, ҡурайсыға, шағирға, бейеүсегә ғүмер биргән был бәләкәй генә ауылдың мәҙәниәт йорто иҫең китеп һоҡланырлыҡ та, яңы ла, йылы ла түгел. Әммә ул гөрләп тора. Юҡҡа ғына уны клуб тип түгел, ә Буранбай филармонияһы тип йөрөтәләр!

БЕҘ БУРАНБАЙ ҠЫҘҘАРЫБЕҘ БУРАНБАЙ ҠЫҘҘАРЫ
БЕҘ БУРАНБАЙ ҠЫҘҘАРЫ

Буранбай әллә ни ҙур ауыл да түгел. Әммә уның даны бөтә республикаға таралған. Буранбайҙың ҡайһы районда урынлашҡанын әйтеү ҙә артыҡ. Әллә күпме йырсыға, ҡурайсыға, шағирға, бейеүсегә ғүмер биргән был бәләкәй генә ауылдың мәҙәниәт йорто иҫең китеп һоҡланырлыҡ та, яңы ла, йылы ла түгел. Әммә ул гөрләп тора. Юҡҡа ғына уны клуб тип түгел, ә Буранбай филармонияһы тип йөрөтәләр!

Бында тыуып үҫкән данлыҡлы, талантлы йырсылар республикабыҙ сәхнәһен шаулатһа, ауылда төпләнгәндәр көндәлек эш менән генә булып ҡалмай, бәрәкәтле Буранбай ерен моңдай, рухтан айырмай йәшәтеп килә. Эйе, әллә ни ҙур ауыл да түгел, әммә бында ике фольклор ансамбле эшләй. Һоҡланырлыҡмы? Әлбиттә!

Донъяла шундай кешеләр була: улар бер ниндәй ауырлыҡтарға бирешмәй, зарланмай, ваҡыт юҡ тип һылтанмай һәм иң мөһиме—һәр саҡ позитив уйҙар, күңел күтәренкелеге менән тик алға атлай, уңыштарға өлгәшә, еңеүҙәр яулай. Буранбай ауылының мәҙәни ойоштороусыһы булған Сәлимә Усманованың да һис ҡасан моңайып йөрөгәнен күрмәҫһең. Уның һәр саҡ күҙҙәре осҡон сәсә, идея, фантазиялары ҡайнап тора. Ана шундай дәртле булғанға ла клуб янында ике ансамбль ойоштора алған да инде. Береһе уның—“Гәүһәркәй”, икенсеһе—“Илһам”. Тәүгеһенә халҡыбыҙҙың милли йолаларын яҡшы белгән, бай тормош тәжрибәһе туплаған ағинәйҙәр тупланһа, икенсеһенә дәртле, тырыш, шаян апайҙар, еңгәйҙәр, килендәр йыйылған. Уларһыҙ ауылдағы бер генә сара ла үтмәй. Районда, республикала берәй конкурс, фестиваль барлығын ишетһәләр, шунда уҡ сценарий төҙөп, матур сығыштар әҙерләп, аллы-гөллө күлдәктәрен кейеп барып етәләр һәм бер ҡасан да призлы урын алмайынса ҡайтмайҙар. Әйҙәгеҙ, улар менән яҡынданыраҡ таныштырып үтәйем әле.

“Гәүһәркәй” фольклор ансамбле йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү, уларға йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәтеү маҡсатынан булдырыла һәм ауылдың алтын фонды булып тора. Ул 2002 йылда ойошторолоп, үҙенә 12 ағинәйҙе туплай. Уларҙың составы алмашынып, яңырып торһа ла, эштәре туҡтамай, бына инде 20 йыл бик матур, әүҙем эшләп килә. Сабый тыуыуға, килен төшөрөүгә, ҡыҙ оҙатыуға бәйле һәм башҡа ғөрөф-ғөҙөттәрҙе урын-еренә еткереп эшләгән инәйҙәр һәр сараны матур йырҙар менән биҙәй. Уларҙың репертуары “Йәнгүзәл”, “Бер алманы бишкә бүләйек”, “Таштура”, “Ғүмер”, “Гөлнәзирә”, “Мәжлес йыры”, “Шәл бәйләнем”, “Төйәләҫ” кеүек халыҡ йырҙары менән байытылған. Бынан тыш, мөнәжәт әйтәләр, “Ҡоҙағыйҙар әйтеше”, “Наза”, “Йыуаса” кеүек дәртле бейеү йырҙарын телдәренән төшөрмәйҙәр, үҙҙәре таҡмаҡтар сығара. “Гәүһәркәй”ҙәр Ураҙа, Ҡорбан, Мәүлит байрамдарының уртаһында ҡайнап, уларҙың матур итеп үткәреүгә ярҙам итә. Һәр төрлө смотр-конкурстарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙем ҡатнашалар. Мәҫәлән, “Башҡорт аты”, “Сеңләү” конкурстарында, “Бөтәһе лә бейей” акцияһында үҙҙәрен талантлы ансамбль итеп күрһәтеүгә өлгәшә. “Гәүһәркәй”ҙәрҙең Почет грамотлары, Маҡтау ҡағыҙҙары бик күп.

Ағинәйҙәр сәхнә костюмдарына ла бик етди ҡарай. Улар үҙ аҡсаларына күлдәктәр ала, биҙәүестәр эшләй, тегә. Уларҙың ҡашмау, хәситләрәе күҙҙең яуын алырлыҡ. Әйткәндәй, уҙған йыл улар матур кейенешеп, Буранбай ауылынан сыҡҡан барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы ауылға саҡырып “Эх, тәмле һыуҙары, йәмле Ташкент буйҙары” тигән сара үткәрҙе. Матур итеп кәртәләнгән, биҙәлгән шишмә һыуына көйәнтәләп теҙелешеп һыуға барып, йырлап-бейеп үҙҙәренең генә түгел, ауылдаштарының күңелен күтәрҙеләр.

35 йәштән 45 йәшкә тиклемгеләрҙе туплаған “Илһам” бейеү ансамбле иһә 2015 йылда барлыҡҡа килә. 2020 йылда ул фольклор ансамбле тип үҙгәртелә. Улар аҙнаһына бер тапҡыр Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, хореограф Зарифа Аралбаева дәресенә йөрөп, бейеү серҙәрен өйрәнә. “Еңгәйҙәр”, “Шәл бәйләнем”, “Батмустар менән бейеү”, “Өҙә баҫайыҡ әле”, “Дәртле бейеү”, “Тыпырҙаҡ”, “Самауыр менән бейеү” һәм башҡа бейеүҙәре дәртләнеп, урын-еренә еткереп бейейҙәр. Ансамбль йыл да районда Й.Бикбирҙин исемендәге призға ойошторолған ярышта ҡатнаша. 2015, 2017 йылдарҙа улар 2-се урын яулай. “Байыҡ” телевизион конкурсына барып, лауреат булыуҙары уларҙы тағы ла дәртләндереп ебәргән. Бейеүҙән тыш, йырҙар, таҡмаҡтар өйрәнәләр, төрлө биҙәүестәр тегәләр. “Гәүһәр”ҙәр кеүек үк төрлө сморт-бәйгеләрҙә ҡатнашалар. “Йырлаусы ауыл”, “Туй йолалары” республика конкурстарында үҙҙәрен һынап ҡарағандар, район һабантуйынан ситтә ҡалмайҙар. Ғөмүмән, бик дәртлеләр, состар. Етәкселәре Сәлимә Усманова “тайт” тигәндә “һайт” тип кенә торалар. Кәрәк икән тиҙ генә йыйылалар ҙ, ауылда эш күплегенә зарланмай ғына, ваҡыт табып һәр төрлө сараларҙа әүҙем ҡатанашалар.

Шундай бөтмөр, оҫта, тырыш, уңған, талантлы ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй Буранбай ауылында. Шуға ла уларҙың клубтары ҡала филармонияларынан һис ҡалышмай гөрләп эшләй.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас