

Бөгөнгө көндөң мәртәбәле сараһы- “Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсында ауылдашыбыҙ, апайыбыҙ Әхмәтова Фәниә Хажи ҡыҙы сараның иң мәртәбәле бүләгенә--Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалға лайыҡ булды.
Әхмәтова Фәниә Хажи ҡыҙы Баймаҡ районының Бикеш ауылында Әхмәтхажи Минһаж улы һәм Ишһылыу Абдулла ҡыҙы ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Тәүҙә Сыңғыҙ башланғыс мәктәбен, унан 1969 йылда 1-се Эткол урта мәктәбен яҡшы билдәләргә тамамлап, Сибай ҡалаһында медучилищела белем ала. 1972 йылда Ниғәмәт ауылы фельдшер - акушер пунктында акушерка, унан мөдир булып эшләй. Агитатор, ауыл советы депутаты, ҡатын - ҡыҙҙар ойошмаһы ағзаһы була. Ауылдағы яңылыҡтар радиоһында, мәктәптә, клубта актуаль темаларға лециялар һөйләй. Бер рәттән мәктәптә башланғыс медицина ярҙамы фәненән 9- 10-сы класс балаларына дәрестәр тә бирә. Колхоздың комсомол ойошмаһы секретары урынбаҫары эшен башҡара. Клубта үҙешмәкәр халыҡ театрында уйнай, вокаль ансамблдә йырлай.
1977 йылда Баймаҡ район дауаханаһына райондың баш акушеркаһы, бер үк ваҡытта фельдшер - акушерҙар советы рәйесы итеп тәғәйенләнә. Артабан яҙмыш елдәре уны КАТЭК төҙөлөшөнә илтә. Красноярск ҡалаһы эргәһендә Дубинино поселогында ФАП-та эшләй. Эш осоронда Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Райсовет, Райком комсомола, дауахана етәкселегенең бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына, ҡиммәтле бүләктәренә, "Победитель Социалистического соревнования", "Ударник коммунистического труда" значоктарына лайыҡ була. “Әммә халыҡ һөйөүе тигән награда минең өсөн иң ҡәҙерлеһе булды”,- тип иҫәпләй Фәниә Хажи ҡыҙы. Фәниә апай тормош юлында үткән ваҡиғалар, күргән кисерештәр бик күп, улар бер китапҡа ла һыймаҫ...
Заманында “Октябрь байрағы”, “Һаҡмар”, “Атайсал”, “Йәшлек”, “Сибайский рабочий”, “Комсомольская Правда” (Красноярск, Өфө) “Бельские просторы”, “Ватандаш” журналында, “Уфимские зори”, “Молодежная газета” баҫмаларында йәмәғәт хәбәрсеһе булып көнүҙәк темаларға статьялар баҫтырһа, әлеге ваҡытта Сочила йәшәү сәбәпле, “Юг-Таймс”, “Кубанские вести”, “Народная газета” (Сочи) гәзиттәрендә, “Сочи вести”, “Моя Соболевка” - интернет селтәрендә яҙыша, актуаль проблемаларҙы ҡуҙғатып, ҡала мэрияһы башлығы, депутаттар менән осрашыуҙар ойоштора, Ҡара диңгеҙҙе бысратыуға юл ҡуймаҫҡа тигән талаптарҙы ҡуя.
Ҡара диңгеҙ буйында ғүмер итһә лә, актив йәшәү позицияһын ташламай, ҡала тормошонда, мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнаша, мәрхәмәтлек эше менән шөғөлләнә. Ҡарттар йортондағы әбей – бабайҙарға ярҙам итеүҙе ойоштора. Һуғыш ветерандарын да ситтә ҡалдырмайҙар. Буш ваҡыттарында кино, концерт, спектаклдәргә йөрөй. Форум, фестиваль, спартакиада, иҫтәлекле байрамдарҙан да ситтә ҡалмай. “Сочи башҡорттары” йәмәғәт ойошмаһының әүҙем ағзаһы булараҡ, йолалар сәхнәләштереү, кисәләр үткәреү, бала табыу йортонан сыҡҡан башҡорт балаларын саф башҡортса ҡаршылау, башҡортса ҡотлау кеүек эштәрҙе үҙенең бурысы һанай. Шулай уҡ, үҙебеҙҙең яҡташтарҙы табып, ойошма эшенә йәлеп итә. Ошондай әүҙемлектән йәм табып, тирә-яҡтағыларға менән үҙенең энергияһын, дәртен, күңел йылылығын берҙәй бүлеп биреп йәшәй Фәниә апайыбыҙ.
Фәниә апай, һиңә һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, һүнмәҫ дәрт һәм илһам теләйбеҙ.
Миләүшә Юлдашбаева