Күркәм ханымдар
17 Февраля 2022, 04:15

Бер күрешеү үҙе бер ғүмер

Баймаҡ районының Ишмөхәмәт һәм Сосновка ауылы ағинәйҙәре осрашып, бер-береһенә боронғо йолаларҙы күрһәтте.

Бер күрешеү үҙе бер ғүмерБер күрешеү үҙе бер ғүмер
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер

Ишмөхәмәт ауылы ағинәйҙәре (рәйесе Минсылыу Сәлимова)  Сосновка ауылы ағинәйҙәре (рәйесе Рәшиҙә Ракаева) үткәрелгән сарала ҡатнашты. Кисәнең беренсе өлөшөндә сосновкалар "Бәпес тыуғанда" күрһәтелгән йоланы башҡарҙылар . Артабан " Самауыр" байрамы үткәрелде. Алдынғы механизатор, Социалистик Хеҙмәт геройы Риза Яхиндың улы Рәшит йыйылыусыларҙы атаһы тураһында сығарылған китап менән таныштырҙы. Ҡомартҡы китапты ишмөхәмәттәргә бүләк итте. Йыйын йыр - бейеү менән үрелеп барҙы. Мәҙәниәт йортонда ҡул эштәренән, милли аш-һыуҙан бай күргәҙмә ойошторолған. Ҡул эштәре оҫтаһы Фәниә Теүәлбаеваның ҡул эштәре бигерәк матур. Ике ауыл ағинәйҙәре бергәләшеп сәй эсеп, уйындар ойоштороп, артабанда бергәләшеп саралар үткәрергә һөйләшеп таралышты. 

Бер күрешеү үҙе бер ғүмер
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас