АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Күркәм ханымдар
18 Января 2022, 07:00

ИҢ ӘҮҘЕМДӘР - ЙӘРМӨХӘМӘТТӘ

Баймаҡ районы Йәрмөхәмәт ауылы ағинәйҙәренә етеүселәр бармы икән?

ИҢ ӘҮҘЕМДӘР - ЙӘРМӨХӘМӘТТӘИҢ ӘҮҘЕМДӘР - ЙӘРМӨХӘМӘТТӘ
ИҢ ӘҮҘЕМДӘР - ЙӘРМӨХӘМӘТТӘ

Баймаҡ районы Йәрмөхәмәт ауылы ағинәйҙәре ( етәксеһе Ғәйшә Мырҙабаева ) — районда иң әүҙем эшләгән йәмәғәт ойошмаларың береһе.
Ағинәйҙәр ауылдың тын алышын белеп тора. Ауыл ҡатын - ҡыҙҙары , балалар менән сәләмәт тормош алып барыу, ғаилә ҡиммәттәрен, милли йолаларҙы һаҡлау улар иңендә. Ауылда клуб юҡ, әммә бөтә сараларҙы ла улар ойоштора. Шулай уҡ Ярат ауылында үткәрелгән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Милли йолаларҙы һаҡлап, башҡаларға өйрәтеп, республика һәм районда үткән форумдарға милли аш-һыу күргәҙмәһе әҙерләп, оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, милли йолаларҙы тараталар.
Йәрмөхәмәттә эсеп йөрөгәндәр, аҫтан араҡы һатыусылар юҡ. Сөнки ағинәйҙәр улар менән етди көрәшә. Ғәйшә Мырҙабаева Ярат ауыл советы депутаты эшен дә һөҙөмттәле алып бара.
Йәрмөхәмәт ауылында тырыш, берҙәм, ойошҡан халыҡ йәшәй. Уларҙа тормош гөрләй, айыҡ тормош алып барыуҙары өлгө булып тора.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас