+17 °С
Облачно


Апай-инәйҙәрҙең бөтә күңел йылыһын ҡушып, күҙ нурҙарын түгеп эшләнгән ҡул эштәре зауыҡлылығы менән һоҡландыра. Өйҙәрендә тик ултырмайҙар, уларҙың милли биҙәктәр менән һуғарылған ижад өлгөләрен төрлө күргәҙмәләрҙә, байрамдарҙа ла күрергә мөмкин.
– Быуындар күсәгилешлеге һаҡланһын өсөн үҙегеҙҙең белгәндәрегеҙҙе ҡыҙҙарығыҙға, килендәрегеҙгә, күрше-күләндәрегеҙгә, туған-тыумасаларығыҙға ла өйрәтегеҙ, ти улар. Был шөғөл менән һәр ҡатын-ҡыҙ булышырға тейеш, тип иҫәпләйем, – ти оҫтабикә Нәҙимә Назарова.