Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
15 Июнь 2021, 12:00

Хәстәрләй, баға, ҡурсалай

Иң уңғандарының береһе булған Лилиә Нәжип ҡыҙы Мырҙабаева ғүмеренең һигеҙ йылын ошо йүнәлешкә бағышлаған. Оло йөрәкле ҡатындың һәр көнө үҙ ҡарамағындағы 18 кешегә тамаҡ әҙерләү, өйҙәрен йыйыштырыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү, аҙыҡ-түлек килтереү менән үтә.

Бөгөнгө тормош ни тиклем алға китһә лә, арабыҙҙа ярҙамға мохтаж кешеләр күп. Уларҙы дәүләт органдары иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Ауыр тормош хәленә ҡалыусы өлкән йәштәгеләр күп осраҡта матди ярҙамдан нығыраҡ, психологик, ҡул ярҙамына мохтаж.
Тап шундай күп яҡлы ярҙам күрһәтә лә инде Сибай ҡалаһының “Азатлыҡ” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең социаль хеҙмәткәрҙәре. Иң уңғандарының береһе булған Лилиә Нәжип ҡыҙы Мырҙабаева ғүмеренең һигеҙ йылын ошо йүнәлешкә бағышлаған. Оло йөрәкле ҡатындың һәр көнө үҙ ҡарамағындағы 18 кешегә тамаҡ әҙерләү, өйҙәрен йыйыштырыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү, аҙыҡ-түлек килтереү менән үтә. Бынан тыш яңғыҙ әбей-бабайҙарҙың ғүмер көҙҙәрен биҙәп, тормоштарына йылы һулыш өрөүҙе лә хеҙмәтенең маҡсаты итеп ҡуйған ул.
-Ситтән ҡарағанда беҙҙең эш, моғайын, ҡоро, еңел генә күренәлер. Күптәр унда барып өй эштәрендә булыштың да ҡайттың тип уйлай. Ысынында иһә улай түгел. Беҙҙе өлкәндәр көтөп ала. Яңғыҙ йәшәгәндәрҙең шатлығын да, ҡайғыһын да уртаҡлашырға кәрәк. Ололар бала холоҡло, тиҙ генә үсегеп барыусан. Һәр кем үҙенә айырым ҡараш талап итә, уларҙы аңлау һәм дөрөҫ ҡабул итеү мөһим. Беҙҙең ҡарамаҡта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәғит Ғәйзулла улы Ҡарабаев бар. Ул йыш ҡына һуғыш йылдарын күҙ йәштәренә төрөнөп иҫләп ала, дәһшәтле йылдарҙағы хәлдәрҙе һәм ваҡиғаларҙы һөйләй. “Атайсал” гәзитен яратып уҡый, яңылыҡтарға ҡыуанып йәшәй. Ҡурсау аҫтында булған һәр оло кеше ҡәҙерле, уларҙың хеҙмәтебеҙҙән ҡәнәғәт ҡалыуын күреү үҙе оло ҡыуаныс,--ти Лилиә Нәжип ҡыҙы.
Мәрхәмәтле, изгелекле, ҙур йөрәкле социаль хеҙмәткәр шулай күптәрҙең тормошона мәғәнә өҫтәй, уңайлы йәшәү шарттары тыуҙыра, хәстәрләй, баға, ҡурсалай. Шуға ла уны һәр кем яратып: “Лилиәбеҙ килә”,--тип ҡолас йәйеп ҡаршы ала.