АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
30 Март 2021, 11:00

Түбәләр оҫта һәр эшкә

Баймаҡ районының Түбә ауыл биләмәһенең “Ағинәй "ҡоро ағзалары халыҡ кәсептәре , милли аш - һыу әҙерләү йолалары буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашырға Баймаҡ районы ағинәйҙәре етәксеһе Гүзәл Монасипованы , 1 - се Этҡол , Буранбай , Мерәҫ ауыл биләмәләре ағинәйәрен йыйынға саҡырҙы Дауамы сайтта.

Баймаҡ районының Түбә ауыл биләмәһенең “Ағинәй "ҡоро ағзалары халыҡ кәсептәре , милли аш - һыу әҙерләү йолалары буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашырға Баймаҡ районы ағинәйҙәре етәксеһе Гүзәл Монасипованы , 1 - се Этҡол , Буранбай , Мерәҫ ауыл биләмәләре ағинәйәрен йыйынға саҡырҙы. Түбә ауыл биләмәһе башлығы Әлфирә Иҫәнбаева, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре - клуб мөдире Үтәбаева Зилә һәм китапханасы Юламанова Рәсимәләр ҙә оҫталыҡ дәрестәренең уртаһында ҡайнаны, милли йола - кәсептәрҙе тергеҙеүҙә, һаҡлауҙа һәм таратыуҙа үҙҙәрен берҙәм команда булыуҙарын иҫбатланы. Быйма баҫыу, балаҫ һуғыу, дебет шәл бәйләү , Ирланд селтәре эшләү , ҡул тирмәне менән ҡурмас тартып , талҡан яһау , буҙа эшләү , яҙғы милли йола “Ыуыҙ ҡоймағы " байрамы буйынса оҫталыҡ кластар ; талдан үрелгән тауыҡ, ҡаҙ оялары, кәрзиндәр, сигеү,ҡорамалар,милли биҙәүестәр, милли кейемдә ҡурсаҡтар, Баймаҡта үҫкән дарыу үләндәре күргәҙмәләре менән таныштырыу пропагандаланған сара бик файҙалы һәм йөкмәткеле булды .