Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
28 Март 2021, 13:36

Оҫта ҡулдар Таулыҡайҙа

Борон-борондан башҡорт ауылдарында кис ултырыу йолаһы булған. Ҡатын-ҡыҙҙар кис ултырыуҙы донъя мәшәҡәттәренән бер аҙ арыныр өсөн, эштәрен бөтөп көҙгө һалҡын һәм ҡышҡы кистәрҙә ойошторғандар. Аулаҡ өйгә һәр кем үҙенең ҡул эшен тотоп килгән, тәмле аштары менән дә бер-береһен һыйлашҡандар.

Ошо матур йоланы дауам итеп Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында “Оҫта ҡулдар” түңәрәге ойошторғандар.
“Һәр ир- ат өй һалып, ул үҫтҽрҽп, ағас ултыртырға тҽйҽш булғандай, һәр ҡатын-ҡыҙ ҙа аш-һыуға оҫта, ҡул эштәрҽнә маһир булырға тҽйҽш. Кистәрҽн тҽлҽвизорға, йә компьютҽрға ғына әүрәп ултырмай, ҡорама ҡораған, сигҽү сиккән, бәйләгән ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙ ауылда бик күп. Матур, сағыу, ҙур һөйөү мҽнән эшләгән ҡул эштәрҽ күркәмлеккә әйҙәй, йәшәргә дәрт өҫтәй, күңҽл күтәрҽнкҽлҽгҽ бирә. Оҫта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ барҙа рухи мираҫыбыҙ юғалмаҫ, ҡул эштәрҽнә маһирҙар сафы тағы ла тулыланыр, тип өмөтләнәбҽҙ,”-тип яҙғандар ауыл китапханаһы сәхифәһендә.
Әйткәндәй, уңған ҡуллы хужабикәләрҙе 31 март көнө 15.00 сәғәткә китапханала уҙғарыласаҡ "Оҫта ҡулдар" түңәрәгҽнә саҡырып ҡалғандар!