Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
22 Март 2021, 21:30

Йәнтеш ҡатын-ҡыҙҙары әүҙем

Эшкә бөтмөр, аш-һыуға оҫта ҡатын-ҡыҙҙар ҡайҙа йәшәй? Әлбиттә, Йәнтештә!Шуға ла Хәйбулла районының ғаилә хеҙмәте төбәктең ҡатын-ҡыҙҙар ҡоро менән берлектә ойошторған «Бәхетле ҡатын» проектын тормошҡа ашырыуҙы тап йәнтештәрҙән башланы.Был хаҡта сайтта уҡығыҙ.

Хәйбулла районының ғаилә хеҙмәте төбәктең ҡатын-ҡыҙҙар ҡоро менән берлектә «Бәхетле ҡатын» проектын тормошҡа ашыра башланы. Был матур сара бәхетле ҡатын-ҡыҙҙар, нәзәҡәтле ханымдар, һөйкөмлө әсәләр өсөн уҙғарылып, гүзәл заттарға төрлө һорауҙарҙы хәл итеүгә, үҙбаһаңды күтәреүгә, ғаиләңә ныҡлы терәк булыуға этәргес көс бирә. Ҡатын-ҡыҙҙар ғәҙәти булмаған шарттарҙа осрашып, мәғлүмәт менән бүлешә, идея, пландары менән уртаҡлаша.
Саралар ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай осрашыуҙар киләсәктә райондың һәр ауыл биләмәһендә уҙғарыласаҡ. Иң беренсе булып Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған «Бәхетле ҡатын» проекты сиктәрендә «Cәләмәт ҡатын - сәләмәт милләт» форумы Йәнтеш мәҙәниәт йортонда үткәрелеүе юҡҡа түгел. Бында эшкә бөтмөр, уңған, аш-һыуға оҫта ҡатын-ҡыҙҙар күп йәшәй. Проект сиктәрендә төрлө майҙансыҡтар булдырылды. Әйтәйек, «Һаулыҡ майҙансығы»нда Х.Т.Бикмөхәмәтова гүзәл заттарға һаулыҡты һаҡлау, нығытыу рецептары менән бүлеште. «Матурлыҡ майҙансығы»нда Л.М.Биксембәтова һөйкөмлөлөк серҙәре менән уртаҡлашты. Сәк-сәкте яңыса бешереү ысулы менән «Сәнғәт майҙансығын»да Ф.Ә.Ишемғолова таныштырҙы. «Ижад майҙансығы»нда иһә А.О.Тулыбаева фоамирандан ябай булмаған светильниктар эшләү буйынса оҫталыҡ класы үткәрҙе.
«Ғаилә майҙансығы»нда З.З.Нураева психология буйынса һорауҙарға яуап бирҙе, төрлө тренингтар уҙғарҙы. «Интеллект майҙансығы»нда А.И.Солтанова иҫте яҡшыртыу һәм аҡыл кимәлен үҫтереү буйынса һабаҡ бирҙе.
--Ситтән белгестәр килеүе яҡшы. Бер ҡаҙанда ҡайнарға күнеккәнбеҙ бит инде. Ә бында ят нәмәләргә өйрәттеләр. Аралашыу, һөйләшеү--үҙе бер ғүмер. Йәнтештәр әүҙем ул. Яңылыҡты эләктереп алырға ғына торалар,--тине мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Лена Ултыраҡова, үҙенсәлекле сараны ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп.