АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
20 Март 2021, 11:15

ДЕБЕТЕМ ЕБӘК КЕҮЕК

Баймаҡ районы Басай ауылының “Әхирәттәр” фольклор ансамбле ағзалары мәҙәни саралар, байрам кисәләре генә үткәрмәй, халҡыбыҙҙың онотола барған шөғөл-кәсептәрен ҡайтанан тергеҙеп, уларҙы йәш быуынға күрһәтеү, өйрәтеү буйынса ла бихисап эштәр башҡара. Күптән түгел ауылдың уңған оҫтабикәләре ауыл клубында бергә йыйылып “Дебет шәл ҡышҡы һыуыҡтан һаҡлай” тигән бик матур сара үткәрҙе.

Шәл бәйләү—халҡы-быҙҙың борондан килгән ҡатын-ҡыҙҙарының шөғөл-кәсебе. Еңел һәм йылы шәлдәр бәйләү оҫталығы элек-электән әсәһенән ҡыҙына күсә килгән. Шәл бәйләү еңел эш түгел, уны еренә еткереп бәйләп сығыу өсөн дә сабырлыҡ һәм оҫталыҡ талап ителә. Был яҡтарҙа дебет бәйләйбеҙ тип йөрөтәләр, кәзәләрҙе лә башлыса үҙҙәре тота, уларҙы тарап, дебетен тетеп, иләп, сираҡлап, бәйләү өсөн әҙерләнә. Аҙаҡ әхирәттәр бер-береһенә кис ултырыуға барып, бер-береһен уҙҙырып ҡулдарына бәйләм тота. Быйылғы ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙы шәлһеҙ күҙ алдына килтереп булманы, ти басайҙар.
Мәҡәләнең тулы варианты 11-се һанда. 12.03.2021