АТАЙСАЛ
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
19 Март 2021, 14:15

Ҡорама яһау оҫтаһы

Матурҙың даны—ике, оҫтаның даны ун ауылға таралыр, тиҙәр. Хәйбулла районына сираттағы командировкаға сыҡҡанда, миңә Яңы Ергән ауылында йәшәгән оҫта ҡуллы уңғанбикәләр менән яҡындан осрашырға тура килде. Уларҙың үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәре күҙҙең яуын ала, һоҡланыу уята.

Матурҙың даны—ике, оҫтаның даны ун ауылға таралыр, тиҙәр. Хәйбулла районына сираттағы командировкаға сыҡҡанда, миңә Яңы Ергән ауылында йәшәгән оҫта ҡуллы уңғанбикәләр менән яҡындан осрашырға тура килде. Уларҙың үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәре күҙҙең яуын ала, һоҡланыу уята.
Айырым бер йылылыҡ ипкене килеп торған ҡорама оҫтаһы булған Фәрзәнә Юланованың өйөнә килеп ингәс, бөтә ерҙә—иҙәндә лә, диванда ла үҙ ҡулы менән эшләгән ҡорамаларҙы күреп, таң ҡалдыҡ.
Ҡорама ҡорау—халҡыбыҙға хас булған, борондан килгән милли шөғөлдәрҙең береһе. Ҡораманан япма, буй һәм арҡыры юрған, мендәр тышы, ултырғыс ябыуын элек-электән һәр ауылдың оҫталары эшләгән. Ҡыҙ оҙатҡанда мотлаҡ уның бирнәһендә сағыу биҙәкле буй һәм арҡыры юрғандар урын алған. Миңә лә әсәйемдең үҙ ҡулы менән яһаған ҡорамалары әле булһа иң матур иҫтәлек булып һаҡлана. Иң ҡәҙерле ҡунаҡтарым килгәндә, уны диванға түшәргә тырышам. Ҡорама—үҙе бер хәтирәләр йыйылмаһы, күңел торошо ул.
Һәр ауылдың ҡорама ҡорау оҫталары булған, улар күрше-күләнгә, һораусыларға, күп осраҡта ҡыҙҙарын кейәүгә оҙатыусыларға күҙҙең яуын алыр сағыу юрғандар эшләп биргән. Бигерәк тә был шөғөл менән ҡышҡы оҙон кистәрҙә булышҡандар, кис ултырып, бер-береһенә ярҙам итешер булғандар.
Әйткәндәй, ҡорама әйберҙәрҙе төрлө замандарҙа донъяның бөтә халыҡтары ла теккән, тип фаразлана. Мәҫәлән, Мысырҙың баш ҡалаһы Ҡаһирәнең милли музейҙарының береһендә ғәзәл тиреһенән эшләнгән күн киҫәктәренән тегелгән орнамент өлгөһө һаҡланған. Ғалимдар белдереүенсә, ул беҙҙең эраға тиклем 980-се йылдарҙа тегелгән. Токио музейында ла шул осорҙарға ҡараған, ҡорамалар менән биҙәлгән боронғо кейем өлгөһө бар. 1920 йылда инглиз археологы Артур Штейн Мең Будда мәмерйәһендә беҙҙең эраның IX быуатына ҡараған ғәжәп бер келәм таба. Уны монахтар ғибәҙәт ҡылырға килеүселәрҙең кейеме киҫәктәренән ҡорап теккән, тиҙәр.
Төркиә, Кипр илдәрендә булырға тура килгәндә, урындағы баҙарҙа аҫаба халыҡтың ҡул эштәренән торған әйберҙәр араһында беҙҙеңсә ҡорамаға, һуғылған балаҫтарға оҡшаған эштәрҙе күрергә тура килде. Ә инде Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала (хәҙер Нур-солтан) ҡорама ҡорау өсөн әҙер материалдарҙың күп булыуы хайран иткәйне. Тимәк, ысынлап та элек-электән һәр илдә ҡорама булған. Һуңғы йылдарҙа ҡулдан эшләнгән әйберҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙың арта барыуы күҙәтелә һәм ҡул оҫталарының эштәре ҙур ихтыяж менән файҙаланыла.
Хәйбулла тарафтарында был шө-ғөлдө ҡорамыш ҡорау тип атайҙар. Уның да үҙ алымдары, үҙ серҙәре бар. Уны эшләүселәргә ҙур теләк менән бер рәттән оло сабырлыҡ та талап ителә. Фәрзәнә Юланова ун йылдан ашыу ҡорамыш ҡорай, уларҙың күбеһен балаларына бирә, яҡындарына бүләк итә. Бигерәк тә Ҡаҙағстанда йәшәгән Светлана ҡыҙы әсәһенең ҡорамаларын үҙ итә, ҡунаҡҡа ҡайтҡан һайын уларҙы алып китә.
—Ҡул эшенә ҡарата ҡыҙыҡһыныуым бәләкәйҙән булды,—тип һүҙ башланы әңгәмәсем.–Баштараҡ кофта-свитерҙар бәйләп кейә торғайным, аҙаҡ балаларыма төрлө ептәрҙән матур кейемдәр бәйләп кейҙерҙем. Хаҡлы ялға сыҡҡас, йәнә яратҡан шөғөлөмә тотондом. Тәүҙәрәк ултырғыс түшәктәрен энә менән бәйләп, аҙаҡ ырғаҡ ярҙамында эшләнем. Артабан кейелмәй һаҡланған йәки балалар ҡалдырып киткән әйберҙәрҙе күпсә (күбеп торған) формала иҙәнгә төрлө түшәк, ултырғыс ябыуҙары эшләнем. Был шөғөлөм дә бер аҙ ялҡытҡас, ҡорамыш яһарға тотондом.
Ҡорама йә иһә ҡорамыш яһағанда, иң мөһим талаптарҙың береһе—төҫтәрҙе дөрөҫ һайлау һәм урынлаштырыу. Улар тап килеп, бер-береһен тулыландырып торорға тейеш. Бигерәк тә ҡорамышта тәбиғи төҫтәр матур яраша. Композицияны дөрөҫ төҙөгәндә генә эшләнгән әйберең матур ҙа, сағыу ҙа була. Икенсенән, туҡымаларҙың бер-береһенә тап килеүе кәрәк. Ситен бер төрлөнән тегеп, уртаһына икенсене һайлағанда, ул сифатлы булмаясаҡ. Ҡорама теккәндә туҡыманың күпселек өлөшө өсмөйөш, шаҡмаҡ, ромб, буй рәүешендә ҡырҡыла. Һуңғы йылдарҙа ошо уҡ ҡорама ҡорауҙың яңыса алымдары ла үҫешә. Мәҫәлән, күп ҡорамасылар хәҙер инглиз теленән ингән терминға эйәреп, “пэчворк” тип тә атай (“ямаулыҡ” һәм “эш” һүҙҙәренән).
Нисек кенә булмаһын, уларҙың барыһы ла өләсәйҙәр иҫтәлеген һаҡлаған ҡорамаларға барып тоташа.