АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
8 Март 2021, 12:03

БЕЙЕ ӘЙҘӘ, БАШҠОРТ ҠЫҘЫ!

СИБАЙ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ СТУДЕНТЫ АЛЬБИНА ИШҠОЛОВА ӨСӨН УҘҒАН 2020 ЙЫЛ УҢЫШТАР АЛЫП КИЛГӘН. УҠЫУҘА ЯУЛАҒАН ҠАҘАНЫШТАРЫНАН ТЫШ, «БАЙЫҠ» БЕЙЕҮ ТЕЛЕВИЗИОН КОНКУРСЫНДА ГРАН-ПРИ ЯУЛАҒАН УЛ.

СИБАЙ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ СТУДЕНТЫ АЛЬБИНА ИШҠОЛОВА ӨСӨН УҘҒАН 2020 ЙЫЛ УҢЫШТАР АЛЫП КИЛГӘН. УҠЫУҘА ЯУЛАҒАН ҠАҘАНЫШТАРЫНАН ТЫШ, «БАЙЫҠ» БЕЙЕҮ ТЕЛЕВИЗИОН КОНКУРСЫНДА ГРАН-ПРИ ЯУЛАҒАН УЛ.
Әбйәлил районы Асҡар ауылы һылыуы колледждың мәктәп бүлегендә 3-сө курста белем ала. Буш ваҡыттарында “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә.
—Ата-әсәйем медицина хеҙмәткәрҙәре булыуына ҡарамаҫтан, бейеүгә ғаиләбеҙ менән ғашиҡбыҙ. Бәләкәй саҡта әсәйемә эйәреп бейей торғайным. Бейегәнемде күргәс, ул ихласлап өйрәтә башланы. Үҫә төшкәс Радик Зиннур улы Хәлилов етәкләгән “Сулпан” бейеү ансамбленә йөрөнөм. Сибай педагогия колледжына уҡырға ингәс тә, яратҡан шөғөлөмдө ташламаным, уҡыу йортоноң бейеү ансамбленә яҙылдым. “Байыҡ” телевизион конкурсына тик еңеү яулаясағыма ышанып барҙым. Беренсе турҙа “Оҙон сәс” бейеүен алып барҙым, икенсе турға “Ай ҡыҙы Зөһрә” бейеүен башҡарҙым һәм еңеп сыҡтым. Конкурсҡа бейеү ҡуйған Нияз Мулләхмәт улы Байегетовҡа ҙур рәхмәтемде еткерәм. Почет грамотаһын мартта уҙғарыласаҡ гала-концертта тапшырасаҡтар, был сараны түҙемһеҙләнеп көтәм,—ти Альбина Ишҡолова.
Бәләкәйҙән халыҡ бейеүҙәренә ғашиҡ ҡыҙ киләсәктә тормошон бейеүһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Тәү сиратта белем алып, ғаилә ҡороп тормошта үҙ урынын табырға, унан һуң ғаиләләренең мираҫы булып күсә килгән бейеү серҙәрен үҙенең балаларына тапшырасағын маҡсат итеп ҡуйған.