Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
29 Ноябрь 2020, 12:20

БИШ БАЛАМ—БИШ ШАТЛЫҒЫМ

"Күптәр балаларыбыҙҙың бишәү булыуын белһә, миңә йәлләп, аптырап ҡарай. Ә мин уларһыҙ булмышымды күҙ алдына ла килтерә алмайым. Бер нисә сәғәт кенә күрмәй торһам да һағынам, борсолам."

Ҡатын-ҡыҙҙар йомшаҡ тәбиғәтле, нәфис, хистәргә бирелеүсән булғанғамы, Хоҙай Тәғәлә ғаиләләге иң яуаплы вазифаны—әсәй булыуҙы уларға йөкмәткән. Донъяла әсәйҙәрҙән дә ғәзиз, яҡын һәм изге зат юҡтыр ул. Ғаилә усағын һаҡлаусы ла, балаларын ел-ямғырҙан ҡурсалаусы ла улар.
Йөҙөнән йәшәү дәрте, нур бөркөлөп торған Гөлнур Тәлғәт ҡыҙы Диярованы биш бала әсәһе тип әйтмәҫһең дә. Уның һәр иртәһе бәләкәстәрен наҙлап уятып, мәктәпкә, балалар баҡсаһына оҙатыуҙан башлана. Өлкәндәре уҡыуҙан ҡайтҡас, өй ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтеп геүләп ала ла, улары түңәрәктәргә таралышҡас, тағы бер аҙға тымып ҡала. Гөлнур балалары аҡыллы, лайыҡлы кеше булып үҫһен өсөн бар көсөн һала. Тормош иптәше Азамат менән бергәләп уларҙы спортҡа ылыҡтыра. Барыһына ла өлгө булған өлкән улдары Динислам йөҙөү, “Уңған ҡулдар” түңәрәгенә йөрөй, Даниэль “Олимп” футбол клубында, шулай уҡ каратэ менән шөғөлләнә. Ҡыҙҙары Русалина ла йөҙөү түңәрәген үҙ иткән. Ярайһы ғына уңыштарға ла өлгәшеп өлгөргән. Бәләкәстәр 4 йәшлек Рамзан менән 2 йәшлек Амелия әлегә апай-ағайҙарынан өлгө алып,уларҙан өй эштәренә,тәртипкә өйрәнә.
—Күптәр балаларыбыҙҙың бишәү булыуын белһә, миңә йәлләп, аптырап ҡарай. Ә мин уларһыҙ булмышымды күҙ алдына ла килтерә алмайым. Бер нисә сәғәт кенә күрмәй торһам да һағынам, борсолам. Бала тәрбиәләү ауыр һәм яуаплы хеҙмәт тиһәләр ҙә, бында бер ауырлыҡ та күрмәйем. Ныҡлы терәгем, серҙәшем һәм бар таянысым булған, мине һаҡлап, ҡурсалап ҡына торған ирем булғанға шулайҙыр, моғайын. Уның менән студент саҡта уҡ танышып, ғаилә ҡорҙоҡ. Хәҙерге Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжын тамамлап, бергәләп юғары белем алыуға ла ирештек. Шуға күрә бер-беребеҙҙе ныҡлы аңлап, кәрәк саҡта ярҙамға килеп, кәңәшләшеп балалар күңеленә изгелек орлоҡтары сәсергә ынтылабыҙ. Мин балаларыма әсәй генә түгел, яҡын дуҫ та булырға тырышам. Иң ҡыуандырғаны—балаларымда эшһөйәрлек тәрбиәләй алыуым,—ти бәхетле әсә.
Береһенән-береһе бәләкәс балаларҙы бағыуҙан тыш, Сармат ҡасабаһының йәмәғәт тормошон да әүҙем ҡатнаша Гөлнур Тәлғәт ҡыҙы. Бөгөн ҡасабалағы территориаль йәмәғәт үҙидараһының рәйесе лә ул. Шулай уҡ яратҡан шөғөлө—гөлдәр үҫтереүгә лә ваҡыт таба. Бына шундай һылыу, тырыш, мөкиббән китеп үҙен бала бағыуға, ныҡлы ғаилә булдырыуға арнаған гүзәл зат йәшәй арабыҙҙа.
Читайте нас: