Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
17 Апрель 2020, 00:40

Театрһыҙ йәшәй алмам

Үҙеңә ышанып баҡҡан тамашасы алдында уйнағанда, яңы спектаклде сәхнәгә сығарғанда, тамашасыларҙың алҡыштарына күмелгәндә кисергән тойғоларҙы әйтеп аңлатырлыҡ түгел.

“Әүлиә” спектаклендә—һуҡыр ҡыҙ Анастасияны, Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ында—Йәмиләне, Ишмулла Дилмөхәмәтов әҫәре буйынса ҡуйылған “Тере тупраҡ”та—Һарылайсәсте, “Башмағым”да Сәрүәр ролен башҡарып ҙур танылыу яулаған йәш актриса Гөлфиә Мәҡсүтоваға театр коллективы оло өмөт бағлай. Төп ролдәрҙе башҡарып, образды бөтә тулылығында оҫтаһынландырып тамашасы һөйөүен яуланы ул.
Талантлы артист Гөлфиә Урал ҡыҙы Мәҡсүтова Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында тыуған. Матрай урта мәктәбенең 10-сы класын тамамлағандан һуң, мәктәп йылдарында уҡ халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнгән ҡыҙ, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының театр факультетын һайлай. Дипломлы белгес А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә хеҙмәт юлын башлай. Ҙур сәхнәгә аяҡ баҫыуына быйыл теүәл өс йыл. Әлеге көндә Заһир Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында ситтән тороп уҡыуын дауам итә.
—Театр—ул мөғжизәләр иле. Унда илап та, көлөп тә алаһың. Уны тере организм менән сағыштырһам да яңылышмаҫмын. Ижад донъяһының асылын аңлар өсөн тап актер булырға кәрәктер. Үҙеңә ышанып баҡҡан тамашасы алдында уйнағанда, яңы спектаклде сәхнәгә сығарғанда, тамашасыларҙың алҡыштарына күмелгәндә кисергән тойғоларҙы әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Шуға ла эшемде беренсе урынға ҡуям, мөмкин булһа, театрҙан ҡайтмай эшләр инем. Талантың булып та оҙаҡ ваҡыт эшләмәһәң, һәләтең тупаҫлана: мин талантлы, матур, батыр тип кенә булмай. Актер һөнәре бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөңдә эшләүҙе, эҙләнеүҙе талап итә. Һәр ролде башҡарыр алдынан тәжрибәле коллегаларым менән кәңәшләшәм, уларҙан белем, тәжрибә алырға тырышам. Бына, мәҫәлән, балалар өсөн әҙерләнгән “Үгәй ҡыҙ” әкиәтендә һимеҙ, ялҡау, тупаҫ ҡыҙыҡай Туйбикәне башҡарырға тура килде. Уны шул тиклем яратып башҡарҙым, бында, киреһенсә, ролде һынландырыу еңел булды,—ти үҙ һөнәре тураһында Гөлфиә Урал ҡыҙы.–Әгәр театрҙы минең тормошомдан алып ташлаһалар, бар булмышымды алға әйҙәгән сағыу йәйғор төҫтәре һүнер, хатта, йәшәй ҙә алмаҫ инем. Төп ролдәрҙе башҡарыуҙы ышанып тапшырғандары өсөн режиссерҙарға сикһеҙ рәхмәтлемен.
Һөнәрен яратып һайлағанғамы, характерына артистарға хас холоҡ-фиғел һалынғанғамы ролдәрҙе башҡарыу Гөлфиәгә еңел бирелә. Әйткәндәй, йәш артист ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Сибай телевидениеһында социаль видеороликтарҙа ла төшкән. Бар уй-хыялдарын театр сәнғәтенә бәйләп, киләсәктә билдәле артист булып китеренә ҙур ышаныс менән баҡҡан тырыш һәм ныҡышмал актрисаға уңыштар ғына теләп ҡалабыҙ!