Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
18 Декабрь 2019, 14:05

“Бәйләмәй түҙә алмайым”

Ҡатын-ҡыҙҙың өлгөрлөгөнә, бөтмөрлөгөнә, ҡыуаныстарын да, ҡайғыһын да түҙем үткәрә белеүенә иҫең китер. Ир-ат күтәрә алмаҫтайҙы еңеп сыға бит улар!Шундай оло йөрәкле, сабыр, ныҡлы рухлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе—Рәмилә Хәсән ҡыҙы Халиҡова. Хеҙмәт уҡытыусыһы булараҡ, ҡул эшенә бигерәк маһир.

Ҡатын-ҡыҙҙың өлгөрлөгөнә, бөтмөрлөгөнә, ҡыуаныстарын да, ҡайғыһын да түҙем үткәрә белеүенә иҫең китер. Ир-ат күтәрә алмаҫтайҙы еңеп сыға бит улар!
Шундай оло йөрәкле, сабыр, ныҡлы рухлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе—Рәмилә Хәсән ҡыҙы Халиҡова. Хеҙмәт уҡытыусыһы булараҡ, ҡул эшенә бигерәк маһир.
—Балаларыма бәләкәй саҡтарында кейемде гел генә бәйләп кейҙерҙем. Бер ҡасан да буш ултырмайым. Бер бәйләй башлаһам, тиҙерәк бөткөм килә,—ти ул яратҡан шөғөлө хаҡында.
Тормош юлдары ҡатмарлы шул. Ирен юғалтыу ҡайғыһын кисергән мәлдә лә уны ошо шөғөлө ҡотҡара. Бәйләгән һайын бәйләгеһе генә килеп торған Рәмилә Халиҡова “Дарман” йыр һәм бейеү ансамбле ағзаһы ла. Фәҡәт сығыштар өсөн генә тип, өләсәһенән ҡалған ҡомартҡы сулпы менән биҙәп селтәр ҙә эшләп алған. Ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһенә ҡуйылған эре-эре сәскәләр ҙә уның ҡул эше. Күргәҙмәгә алып сыҡҡан һәр әйбере үҙенсә матур, зауыҡлы, күҙҙең
яуын алып тора.
—Малайҙар менән ҡыҙҙарға хеҙмәт дәресен бергә алып барам. Шуға күрә, балаҫ һуғыу эшенә малайҙар ҙа теләп өйрәнә,—ти оҫта, күркәм балаҫ өлгөләрен күрһәтеп.
Киләсәктә лә ҡулынан һөйөнөп, яратҡан шөғөлөнән кинәнес алып, дәртләнеп эшләргә, йәшәргә булһын!
Розалия Теүәлбаева.