Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
24 Октябрь 2019, 09:51

Һәр ваҡыт эҙләнеү юлында

Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллина В.Потанин мәрхәмәтлек фондының “Сикһеҙ музей” программаһының “Музей десанты” конкурсында еңеүсе булып танылды.

Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллина В.Потанин мәрхәмәтлек фондының “Сикһеҙ музей” программаһының “Музей десанты” конкурсында еңеүсе булып танылды. Альбина Зөфәр ҡыҙы конкурстың “Музей етәкселәренең Рәсәй буйынса төркөм менән ил гиҙеүе” номинацияһында билдәләнде. Һөҙөмтәлә ул шәхси һәм төркөм менән стажировка ваҡытында Рәсәй һәм сит ил коллегаларының тәжрибәһе менән уртаҡлашыу мөмкинлегенә эйә булды.
--Быйыл конкурста ҡатнашыусыларҙың географияһы бик киң. Айырыуса Тартарстан, Ярославль, Ульяновск, Свердловск өлкәләре һәм Пермь крайы музейҙары әүҙемлек күрһәтте,--ти етәксе ярыш хаҡында. —Төркөм менән ил гиҙеүгә һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныу ҙур була. Быйыл да был номинацияға 57 кеше дәғүә итеп, шуларҙың 15-е еңеүгә өлгәште.
Тырыш, эҙләнеүсән, яңылыҡтарға ынтылған яҡташыбыҙ Альбина Зөфәр ҡыҙын уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы эшендә уңыштар теләйбеҙ.