Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
16 Август 2019, 11:27

ОҪТА ҠУЛЫНАН БАЛ ТАМА

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәүсе Гөлгөнә Баййегетова аш-һыу әҙерләү оҫтаһы ғына түгел, башҡортблогеры ла тиһәң дә хата булмаҫ.

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәүсе Гөлгөнә Баййегетова аш-һыу әҙерләү оҫтаһы ғына түгел, башҡорт
блогеры ла тиһәң дә хата булмаҫ. Уңған хужабикә “Бәйләнештә”, башҡа социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә әүҙем яҙыша, тормошсан яҙмалары менән виртуаль аралашҡан кешеләренең күңелдәренә үтеп инә. Ошо көндәрҙә генә ул Өфөгә барып, “Хәйерле иртә, Республика!” тапшырыуында ҡатнашып ҡайтҡан. Тура эфирға Гөлгөнә ханым тап шул сәхифәләрендәге яҙмалары арҡаһында барып эләккән һәм унда тәм-том әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәткән.
Беҙҙе лә ул өҫтәле тулы ризыҡ менән ҡаршы алды. Ҡышҡа йөҙәрләгән банка салаттар әҙерләгән, ҡыяр, помидор тоҙлаған, ҡайнатмалар ҡайнатҡан. “Май сүлмәге тышынан билдәле”,—тигәндәй, шәхси йортоноң ихатаһына ингәндән гөл-сәскәгә күмелгән йортта уңған хужабикә йәшәүе күренә. Сәскәләрҙең ниндәй төрө генә юҡ, ер участкаһын алып өй һала башлағас та үҙ ҡулдары менән ултыртҡан миләш тә ҡыҙыл тәлгәштәргә күмелгән.
—Ирем, ике улым өсөн тырышам. Уларҙы тәм-том менән һыйларға яратам. Шул арала ваҡыт табып уй-фекерҙәремде социаль селтәрҙәрҙә яҙырға өлгөрәм. Мәғлүмәт өҫкә ауып торған мәлдә йәшәйбеҙ. Уйымдағы, ысынбарлыҡтағы эштәрҙе, рецептарҙы тиҙ генә яҙам да, фото төшөрөп сәхифәмә һалыуым була, шунда уҡ лайыҡтар ҡуйыла, мәғлүмәт бүлешелә, комментарийҙар ағыла…Ваҡытты бушҡа уҙғармайым тип, бешереп торам, яҙышып торам, уҡып торам,—тип
йылмая Гөлгөнә Баййегетова.