

—Бөгөн беҙ ҙур һәм татыу ғаиләләр хаҡында һөйләшәбеҙ. Элек күп балалы булыу ғәҙәти күренеш ине, ә хәҙер өс балалы ғаиләне лә «күп балалы» тип атайҙар. Тормош кимәле яҡшырған һайын, ни өсөн балалар һаны кәмей бара икән?
—Был күренеш йәмғиәттәге үҙгәрештәр менән туранан-тура бәйле. Мәҫәлән, 90-сы йылдарҙа беҙ күпмелер ваҡыт ауыр кризистар кисерҙек, халыҡта «хәйерселекте арттырмайыҡ» тигән ҡурҡыу хисе бар ине. 2000 йылдарҙа иҡтисади күтәрелеш башланды: хәҙер эш тә, аҡса ла, төҙөлөш материалдары ла бар, йәғни тормош ҡорор өсөн бөтөн шарттар булдырылған. Ләкин ниңәлер күп балалы ғаиләләр һаны артмай. Ни өсөн тигәндә беҙ ғаиләнең төп мәғәнәһен юғалтып барабыҙ. Кешеләр бер-береһен аңлап, килешеп йәшәй алмай, айырылышыуҙар күп, шунлыҡтан күп бала табыу, үҫтереү мәғәнәһе юҡҡа сыға бара. Ә ғаиләлә иң мөһиме—үҙ-ара ихтирам, ғәфү итеү, ҡабул итеү.
—Ни өсөн кешеләр бер-береһен аңлауҙан туҡтаны тип уйлайһығыҙ?
—Кешенең донъяға ҡарашы төрлө кимәлдә була. Кемдер рухи ҡиммәттәр менән йәшәй, ә кемдер тик матди мәнфәғәтте өҫтөн ҡуя. Бына шул икенселәре—«биологик» йәки «физиологик» платформала йәшәүселәр, русса әйткәндә, уларҙа—«животный тип психики».
Бындай кешеләрҙә эгоизм көслө, күбеһе «үҙемде генә хәстәрләйем» тигән йүнәлеш менән йәшәй, ә «мин-минлек» мөнәсәбәттәрҙе емерә.
Боронғо ваҡыттарҙа ҡыҙҙарҙы ла, егеттәрҙе лә ғаилә тормошона алдан әҙерләгәндәр, үҙҙәре өлгө күрһәткән. Ҡыҙ балаға ирҙе хөрмәт итергә, хәстәрләргә өйрәткәндәр. Ә хәҙерге йәш кәләштәрҙә: «Ни өсөн мин уның ойоғон йыуып, хеҙмәт итергә те-йеш?»—тигән һорау беренсе урынға сыға. Ата-бабаларыбыҙҙан килгән изге ғөрөф-ғәҙәттәр, ғаилә ҡиммәттәре онотолоп бара, ә уларһыҙ ныҡлы нигеҙ ҡороу бик ауыр.
—Бөгөнгө көндә кешеләрҙе борсоған төп мәсьәләләрҙең береһе—ғаилә ҡиммәттәренең юғалыуы. Нисек уйлайһығыҙ, тормоштағы ҡыйынлыҡтарҙан сығыу юлы ҡайҙа?
—Иң тәүҙә аң кимәлен күтәреү мөһим тимәк, мөнәсәбәт ҡорор өсөн белем алыр кәрәк.
Беҙ хәҙер тик матди донъяла, тән ихтыяждары менән генә йәшәйбеҙ, йәғни матди белем бар. Ә рухи үҫеш, йән кимәле иғтибарҙан ситтә ҡала. Рухи ғилем менән ҡыҙыҡһынмайбыҙ. Ата-бабаларыбыҙҙан килгән зирәк-лекте юғалттыҡ, шуға ла тормоштоң мәғәнәһен аңлау етмәй. Хәҙерге ғаиләләр күп осраҡта тик физик яҡтан ғына бәйле, ә был ғына етмәй. Үҫеш булмағас, мөнәсәбәттәр ҙә һүрелә.
«Мөхәббәттән нәфрәткә бер аҙым» тигәндәре нәҡ ошо рухи бушлыҡтан килә. Ғөмүмән, ғаилә тематикаһы бик ҡатмарлы, беҙ семинарҙарҙа ошо йүнәлештә аңлатыу эштәре алып барабыҙ.
—Тимәк, рухи яҡтан ярлылыҡ ғаиләләрҙең тарҡалыуына һәм балалар һанының кәмеүенә килтерә?
—Нәҡ шулай. Матди ҡиммәттәрҙе өҫтөн ҡуйған кешеләр өсөн бала—ул үҙ-үҙеңә ауырлыҡ булдырыу, был оло яуаплылыҡ, хеҙмәт. Ә беҙҙә, алдан әйтеүемсә, «мин-минлек» көслө: «Нишләп мин кемгәлер хеҙмәт итергә, бала ҡарап ултырырға тейешмен?»—тигән уй өҫтөнлөк итә. Кеше үҙен бер кем алдында ла бурыслы түгел тип һанай. Шунлыҡтан балалар һаны кәмей. Күптәр ауырлыҡһыҙ ғына етеш йәшәүҙе «бәхет» тип уйлай һәм хаталана.
Йәштәргә шуны әйткем килә: күп бала үҫтереүҙән ҡурҡырға кәрәкмәй, ә бына ҡартлыҡта яңғыҙ ҡалыу—ҡурҡыныс.
—Ә ата-бабаларыбыҙ нисек матур ғаилә ҡороуға өлгәшкән? Уларҙың тормошо бөтөнләй икенсе төрлө булған бит.
—Элеккеләр рухи платформала тормош ҡорған. Был—был аскетик тормош рәүеше, үҙеңде аңлау, тормоштоң мәғәнәһен төшөнөү, яуаплылыҡ, рухи сифаттарҙы үҫтереү һәм хеҙмәт итеү принциптарына нигеҙләнә. Кеше үҙе тураһында түгел, ә яҡындары һәм йәмғиәт алдындағы бурысын нисек үтәү тураһында күберәк уйлай. Ошо тәбиғи сифаттары уларҙың үҙҙәрен ир йәки ҡатын булараҡ танып белеүгә һәм бер-береһе алдындағы бурыстарын аңлауға килтергән. Улар матди байлыҡҡа ынтылмайынса йәшәгән. Бәләкәй генә өйҙә ҙур ғаилә менән татыу көн иткәндәр. Улар өсөн рухи донъя беренсе урында торған. Рухи яҡтан бай кеше матди яғын да ҡайғырта, әммә ул уның ҡоло булмай. Ә хәҙер киреһенсә: кеше матди яҡтан етеш, әммә эстән буш, шуға ла балалар һаны ла аҙ, татыу ғаиләләр ҙә һирәк. Заман кешеһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «матди байлыҡ ҡолона» әйләнгән.
—Бөгөн йәштәр ғаилә ҡорорға ашыҡмай. Бының сәбәбе нимәлә икән?
—Кеше—социаль зат тинек бит инде, ул яңғыҙ йәшәй алмай. Әммә бөгөнгө быуын—кризис осоронда үҫкәндәрҙең балалары, ата-әсәләренең ауырлыҡтарын күреп, «күп бала тәрбиәләү—ул ғазап» тигән ҡурҡыу менән йәшәүселәр. Ата-әсәләренең идеаль булмаған мөнәсәбәттәрен күҙәтеп, «бындай проблемалар миңә кәрәкмәй» тип үҫкәнгә лә баштарына «оялаған» ошо фекерҙәре уларға ғаилә ҡорорға «ирек бирмәй». Улар тойғоларын ҡәнәғәтләндереп, үҙҙәре өсөн генә йәшәргә өйрәнгән.
—Ә бит тормоштоң төп мәғәнәһе—артыңдан лайыҡлы вариҫ ҡалдырыу...
—Әлбиттә. Ер йөҙөнә билдәле бер маҡсаттар менән киләбеҙ, уларҙы үтәр өсөн йыһан ҡәғиҙәлерен белеп ҡулланыр кәрәк. Тормош—ул ҙур мәктәп, ә ғаилә—уның төп инструменты. Кеше фәҡәт ғаиләлә генә бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә була һәм шуға ярашлы үҫә. Үҙең өсөн генә йәшәп, күп аҡсаға күмелеп ултырһаң да бәхетле була алмайһың. Шуға һәр кем үҙенән һорарға тейеш: миңә бәхет килтермәгән аҡса кәрәкме, әллә бәхетле иткән ғаиләме? Әлбиттә, аҡсанан бөтөнләй баш тарта алмайбыҙ, эйе, матди яҡты ла хәстәрләргә кәрәк, тик тормошто баланста тотоу ғына (төп мәғәнәле платформа) кешелекте ысын бәхеткә күтәрә.
—Ысынлап та, кешеләрҙең матди байлыҡҡа ынтылышы артып китте. Был күренешкә нисек ҡарайһығыҙ?
—Беләһегеҙме, кешеләрҙә матди энергия хәҙер бик көслө. Әммә күптәр бының артында нимә торғанын уйлап та ҡарамай. Был энергияның сиктән тыш күп булыуы һәр кимәлдә кризис тыуҙыра. Нәфсеһе туймаған кеше һәр саҡ нимәлер етмәүенән зарлана. Шул уҡ ғаилә ҡороу мәсьәләһендә лә был асыҡ күренә: «Бер бала булһа, етер, уға барыһын да бирербеҙ»,—тип уйлайҙар. Был—ҙур яңылышлыҡ.
—Ни өсөн бер балалы ғаиләләрҙе хәүефле тип һанайһығыҙ?
—Сөнки бер бала ғәҙәттә эгоист булып үҫә. Ата-әсә уны артыҡ ҡурсалай, уңайлыҡта ғына үҫтерә. Хатта ул үҫеп, кәләш алһа йә кейәүгә сыҡһа ла, ата-әсә уларҙың араһына ҡыҫыла, үҙ ҡанат аҫтында тоторға тырыша. Был йәш ғаиләнең үҙ аллы булыуына ҡамасаулай.
—Тимәк, ғаиләлә яңғыҙ үҫкәндәр бәхетһеҙ буласаҡ тип һанайһығыҙмы?
—Юҡ, бәхетле булыуы ла ихтимал, тик был бик һирәк осрай. Барыһы ла баланың ниндәй тәрбиә алыуына, тормош ауырлыҡтарын үткәнме-юҡмы икәненә бәйле. Әгәр ул тормош һынауҙарын күрмәй, ата-әсә ҡурсыуында ҡыйынлыҡтар күрмәй генә үҫһә, киләсәктә уға бик ауыр буласаҡ. Күпселек осраҡта бындай балаларҙың яҙмышы уңышһыҙлыҡҡа тарый.
—Һеҙҙеңсә, ҡыйынлыҡтар кешене сыныҡтырамы?
—Әлбиттә! Ҡыйынлыҡтарҙы иң төп «бурысы»—тормоштоң мәғәнәһен аңлауға этәргес биреү. Кире осраҡта кеше мин-минлеге менән яҡындарына, ғөмүмән тормошҡа «яуыз» булып ҡала. Сыныҡҡан кеше олоғайғас та тормош ауырлыҡтарын еңелерәк үтә. Миҫалға юл хәрәкәтен алайыҡ. Водитель юл ҡағиҙәләрен өйрәнә, таныҡлыҡ ала, әммә ҡағиҙәне боҙһа—һәләкәткә тарый. Ғаиләлә лә шулай: тормоштоң үҙ ҡағиҙәләре бар. Уны беҙгә Аллаһы Тәғәлә биргән. Әгәр һин уларҙы боҙаһың икән, ғаиләңдәге мөнәсәбәттәр «һәләкәткә» тарый. Шуға күрә ла һәр кем ғаилә ҡағиҙәләрен аңлап йәшәһә ине.
—Һуңғы йылдарҙа кешеләрҙең дингә тартылыуы күҙгә ташлана. Быны йәмғиәтебеҙҙәге рухи күтәрелеш тип атап буламы икән?
—Юҡ, мин быны рухи күтәрелеш тип әйтмәҫ инем. Ни өсөн тигәндә, рухи үҫеш булһа кризистар кәмер ине, юҡҡа сығыр ине.
Бөгөн дин үҙе лә билдәле бер кризис кисерә. Күптәр—неофиттар, йәғни дини юлға яңы ғына аяҡ баҫҡан, әлегә барыһын да өҫтән-мөҫтән генә аңлаған кешеләр. Ысын рухи уҡытыусылар бик аҙ, юҡ тиһәң дә була. Ә инде «төрлөсә дин уҡытыу» бәхәс, конфликт тыуҙыра, сөнки рухи ғилемдең «арифметика»һын аңлатмайҙар (фәлсәфәүи термин менән әйткәндә, «субстанциональные основы»). Ошо башланғыс нигеҙҙән тормошто аңлы аңлау башлана, ә улар дини системаларҙа уҡытылмай, бары тик шул «нигеҙ» тирәләй генә йөрөйбөҙ.
Математиканы, арифметиканы, ҡабатлау таблицаһын белмәйенсә мәсьәләне сисеп булмаған кеүек, бында ла шул «белеп етмәү» бар.
Дин менән мөнәсәбәт төҙөү—ул бик тәрән һәм ҡатмарлы тема. Уны аңлау өсөн йылдар кәрәк, кешенең аң кимәле үҫергә тейеш. Мин үҙем был мәсьәләне
егерме йылдан ашыу инде өйрәнергә тырышам.
Кеше тормошонда дүрт кимәл бар: тән, аҡыл, аң һәм йән. Әгәр беҙ тик тән һәм аҡыл кимәлендә генә ҡалһаҡ, беҙ матди донъяның ҡолона әйләнәбеҙ: тик ләззәт алыу, аҡса туплау ғына ҡыҙыҡтырасаҡ. Ә инде аң кимәленә күтәрелһәк, беҙ йән кимәленә етәбеҙ. Аң-йән кимәле үҫешкән булһа, кеше үҙенең тәнен дә, аҡылын да контролдә тота ала. Ғәфү итеү, ҡабул итеү, хөрмәт итеү—былар барыһы ла юғары аң билдәләре. Ошо кимәлдә кеше тормошта баланс таба: ғаиләһе лә имен, үҙе лә етеш йәшәй. Ә тән-аҡыл кимәлендә ҡалған кешенең нәфсеһе бер ҡасан да туймай, ул һәр ваҡыт нимәлер етмәүгә зарлана. Аң-йән кимәлендәге кешеләр иһә тормоштағы теләһә ниндәй кризисты тыныс үтә ала.
—Йәғни тормош көрсөктәрен тыныс үткәрә алыусыларға йәшәү еңелерәк?
—Һис шикһеҙ. Бындай кешеләр йәмғиәттәге теләһә ниндәй киҫкен хәлдәрҙе лә сабырлыҡ менән үткәрә ала. Уларҙың эске донъяһы тотороҡло, шуға ғаиләләрен дә һаҡлап ҡалалар. Бына, ябай ғына миҫал—бензин мәсьәләһе. Бығаса ошо ҡалала йөрөү өсөн кәрәк саҡта ғына 10-20 литр ҡойоп ала инек. Ә хәҙер лимит ҡуйыу менән халыҡта дөрөҫ булмаған ҡурҡыу уянды: гараждарына бензин йыялар, сиратта тороп ҡаңғыралар. Уны беҙ үттек бит инде, бер заман тоҙ, шәкәр, ҡара бойҙай, он һәм башҡаһы бөтә тинеләр. был һабаҡ булмаған. Кеше шул уҡ кимәлдә ҡалған икән. Әгәр кешеләр хәлде тыныс ҡабул итһә, ул сират та булмаҫ ине. Халыҡ паникаға бирелгәс, хаҡтар ҙа үҙенән-үҙе артасаҡ. Йәғни тыныс ҡала белмәү үҙе үк көрсөк тыуҙыра.
—Һеҙҙеңсә, йәмғиәттәге кризис ғаиләләрҙе тарҡатамы?
—Бында ике яҡлы хәл. Ауырлыҡтар кешене йә көслө итә, йә юҡҡа сығара. Ул йә аң кимәлен үҫтерә, йә деградацияға алып бара. Кризис—ул үҙ-ара аңлашыу өсөн бер һынау. Әгәр кеше «был ауырлыҡ миңә ни өсөн бирелде?» тип уйлана башлаһа, унан дөрөҫ сығыу юлдарын эҙләһә, ул үҫешә.
—Был үҫеш ир-атҡа ла, ҡатын-ҡыҙға ла берҙәй кәрәкме?
—Тәү сиратта ир кеше вертикаль рәүештә, йәғни рухи яҡтан өҫкә табан—аң, йән кимәленә ҡарай үҫергә тейеш. Бындай ирҙең артынан ҡатыны ла эйәрә, үҫешә. Элек ғаиләләр шулай ҡоролған: ирҙәр рухи яҡтан ныҡ булған. Ҡатын-ҡыҙҙың төп бурысы—нәҫелде дауам итеү һәм ғаилә усағын һаҡлау. Ир кеше Аллаһы Тәғәләгә таянып, рухи көс алһа, ул ғаиләһен матди яҡтан да тәьмин итергә тейешлеген аңлай. Ул—ғаиләнең ҡалҡаны. Ҡатын-ҡыҙ иһә автоматик рәүештә ундай ирҙе хөрмәт итә башлай. Ғөмүмән, ғаиләләге мөнәсәбәтте ҡатын төҙөй, сөнки ирҙең энергияһы башҡа йүнәлештә. Был эталон, ир-ҡатындың тәбиғи мөнәсәбәте. Эталонға аңлы кешелек ынтылырға тейеш.
—Ә бөгөнгө ирҙәр тураһында нимә әйтерһегеҙ? Көсһөҙләнеп баралар түгелме?
—Лекциялар, семинарҙар үткәр-гәндә заман ир-егете тураһында ошондай термин уйыма килде «Подкаблучник материальной энергии». А.С. Пушкин «Алтын балыҡ» әкиәтендә беҙҙең заман ир-аттары тураһында яҙған бит. Ҡатын идара итә башлаһа, ғаиләлә кризис тыуа. Өйҙән сығып, йәмғиәттә эшләгән, ғаиләһен ҡараған гүзәл зат кризисты йәмғиәткә «күсерә». Ни өсөн шулай? Ҡатын-ҡыҙға тәбиғи, йәғни «өҫтән» матди энергия һалына. Шуны ул бала тыуҙырып, уны төрлө яҡтан тәрбиәләп, кеше итер өсөн ебәрергә тейеш. Ә замана ҡатындары был энергияны матди тормошто хәстәрләүгә, көсәйтеүгә, уңайлыҡтар булдырыуға ҡуллана. Был, әлбиттә, ҡатмарлы процесс, ләкин ошоны аңлаһаҡ, беҙ тормошобоҙҙа кризисһыҙ идара итә алабыҙ.
—Ҡатын-ҡыҙ донъяны үҙгәртергә һәләтлеме?
—Һис шикһеҙ, әммә быны бик зирәк башҡарырға кәрәк. Был мәсьәләлә дини-рухи ҡараштарға ла, психологияға ла таянырға мөмкин. Ҡатын-ҡыҙ үҙенең аң кимәлен үҫтереп, ир кешене тәнҡитләмәй, әрләмәй, йомшаҡ ҡына итеп дөрөҫ юлға йүнәлтә ала. Тик шуныһы бар: ир-егетте 30 йәшкә тиклем генә «тәрбиәләп» була. Әгәр был йәшкә тиклем уны үҙгәртә алмаһаң, йәки ир-ат ошо йәшкә тиклем үҙ-үҙен үҙгәртә алмаһа, ғаиләләге кризис оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал. Әлеге ваҡытта 50-60 йәшлектәр ҙә айырылыша. Нигеҙҙә әлеге проблема ята ла инде.
—Тимәк, беҙ бөгөндән үк киләсәктең ысын ир-егеттәрен—бөгөнгө малай-ҙарҙы тәрбиәләүгә иғтибар итергә тейешбеҙ?
—Нәҡ шулай. Көслө нәҫел вариҫтарын үҫтереү—беҙҙең төп бурыс. Әгәр ғаиләлә ата кеше өлгө булырлыҡ түгел икән, уны бала алдында яманларға ярамай. Киреһенсә, малайға башҡа бер эталон табырға кәрәк: ҡартатайымы, танылған шәхесме, шәп спортсымы... Ул һәр яҡлап өлгөлө ир булырға тейеш. Йәнә малайҙарҙы спорт секцияларына йөрөтөү бик мөһим.
—Ә ҡыҙ балаларҙы нисек тәрбиәләргә?
—«Ҡыҙҙы ҡырҡ урындан тый» тигән боронғо мәҡәлдең тәрән мәғәнәһе бар. Халҡыбыҙҙың был аҡылы бөгөн дә көсөндә. Ҡыҙ бала—ғаилә усағын һаҡлаусы. Уның төп тәғәйенләнеше—йәмғиәт тормошонда ҡайнау түгел, ә ғаиләлә тыныслыҡ һәм тәртип урынлаштырыу. Элек кейәүгә әҙер булған ҡыҙҙарҙы «Веста» тигәндәр, тимәк, улар мөнәсәбәт төҙөүҙе, йорт яғын ҡарау, бала табыу һәм тәрбиәләүҙе белгән. Уға белем биреүгә ата-әсә, олатай, ҡартатай, өләсәйҙәр яуаплы булған. Ә хәҙер «НЕвесталар» ғаилә тормошона әҙер түгел.
Эшләү—ул ир-егеттең бурысы. Замана ҡатын-ҡыҙына, бәлки, ярты көн генә күңеле ҡушҡан шөғөл менән шөғөлләнергә ярайҙыр, әммә ул сит кешегә, ниндәйҙер «ағай»ға буйһоноп эшләргә тейеш түгел, сөнки был хәл турана-тура ғаилә мөнәсәбәтенә негатив йоғонто яһауы ихтимал.
Хәҙер заманаһы шундай—онлайн мөмкинлектәр күп. Әгәр үҙенең эше бар икән, ул тапҡан аҡсаны үҙенең ихтыяжына, үҙенә генә тотонорға тейеш.
—Бөгөнгө көндә ғаилә ҡиммәттәре, ир менән ҡатындың роле тураһында бик күп бәхәстәр бара. Һеҙҙеңсә, бәхетле ғаиләнең сере нимәлә?
—Беләһегеҙме, кеше—ул бик ҡатмарлы структура. Әйҙәгеҙ, тәндең уң һәм һул яғына иғтибар итеп ҡарайыҡ: бер яҡта—ҡатын-ҡыҙ энергияһы, икенсе яҡта—ир-ат энергияһы. Ҡатын-ҡыҙ эшкә сығып, бөтә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алһа, унда ир-ат энергияһы арта башлай. Ул үҙен «яугир», русса әйткәндә, «добытчик» кеүек тоя, һәм һөҙөмтәлә уға ирҙәр ҡыҙыҡ булмай башлай. Ике ир бер ғаиләлә йәшәй ҙә алмай. Ә ир кеше, үҙ урынында булмағас, һәлкәүләнеп ҡала. Шуға күрә һәр кем үҙ урынында булырға тейеш. Ир кеше—ул рухи һәм матди яҡтан ғаиләнең һаҡлаусы. Бөгөн ғаиләһен ҡурсалай һәм тәьмин итә алған ирҙәрҙең әҙәйеп китеүе—ғаиләләге кризистың төп сәбәбе.
—Әммә тормошта төрлө хәлдәр була бит. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ елкәһендә йәшәгән ирҙәр ҙә осрай...
—Эйе, ундай ғаиләләр бар. Ләкин был хәл бер ҡасан да яҡшылыҡҡа алып килмәй. Ҡатын-ҡыҙ ир урынына эшләп, ғаиләне тартҡанда, ир кеше яйлап үҙен юғалта, эскелеккә һабыша, рухи яҡтан «юҡҡа сыға». Аҙаҡ барыбер ғаилә тарҡала, йәки балаларына эталон була алмай. Тәбиғәт закондарына ҡаршы барырға ярамай: һәр кем үҙенең тәбиғи ролен үтәгәндә генә ғаилә ныҡлы була.
—Бөгөн сәйер күренештәр ҙә бар. Ғаиләле кешеләр төнгө клубтарҙа, кафеларҙа яңғыҙ йөрөй. Айырыуса вахталағы, МХО-лағы ирҙәрҙең ҡатындары аптырата. Ни өсөн шулай йөрөйҙәр икән?
—Кешелә өс энегрия бар. Наҙанлыҡ (белмәү, аңламау, невежество), дәрт (страсть), изге ниәт (благость). Тәүге икәүһе ҡушылһа, кеше ләззәт, енси мәнәсәбәт эҙләй.
Шул көслөрәк, тимәк. Ә ул бала яралтыуға, табыуға йүнәлтелгән көс булырға тейеш. Һуңғы икәүһе, йәғни дәрт менән ниәт көслөрәк булһа, рухи яҡ өҫтөн булыр ине, йәғни ире өсөн доға ҡылып өйҙә ултыра. Әйтергә кәрәк был энергияларҙың өсәүһе лә кәрәк, тик күсәгилешле үҫергә тейеш.
—Йәнә рухи үҫешкә килеп туҡталабыҙ.
—Эйе. Алдан әйткәйнем бит әле, дин менән рухи үҫеште бутамайыҡ тип. Ысынлап та, дин насар нәмәгә өйрәтмәй, ул үҫеш өсөн һәйбәт нигеҙ булып тора. Әммә дингә килеп кенә туҡтап ҡалырға ярамай, уның нигеҙендә артабан үҫергә кәрәк. Рухи фәнде үҙләштереү мөһим. Ритуалдарҙы тотоп ҡына аңлы булып булмай.
—Бөгөн өйләнмәгән егеттәр күп, ҡайһы бер ирҙәр МХО-ла һәләк булды. Балалар һаны аҙая...
—Эйе. Башта был хаҡта әйтә биреп ҡуйҙыҡ. Егеттәр 30-ғаса өйләнмәһә, артабан бик икеле шул. Барыһы ла ваҡытында булырға тейеш. Юғиһә ул яңғыҙ йәшәп өйрәнә, әсәһе итәгенән сыға алмай. Йә барыһын да яңғыҙ булдыра ла, шул матди байлығын ҡыҙғана башлай. Ғаилә ҡорғанға тик-лем булдырылған матди байлыҡ (өй, машина) — манипуляция өсөн нигеҙ. Шуға өйләнгәнгә, кейәүгә сыҡҡанға тик-лем ата-әсәгә лә балаһын матди яҡтан тәьмин итмәү дөрөҫ булыр, ярҙам итеп ебәрергә була, тик әҙер булмаһын, ул ҙур хата. Бергә тапҡанда, ауырлыҡтар аша үткәндә генә ғаилә нығый. Ә киреһенсә, мәҫәлән, туйҙа улығыҙға фатир бүләк итһәгеҙ, артабан, йәшәп киткәс, «һауыт-һаба шылтырап китһә», килен: «Ана, фатир ҙа ала алмайһың, ата-әсәйең бүләк иткән өйөндә йәшәйһең»,—тип әйтәсәк һәм ул хаҡлы.
Әгәр ҡыҙҙың фатирына кейәү килһә, тағы: «Минең өйҙә йәшәйһең»,—тип әйтәсәк һәм ул йәнә хаҡлы. Шуға ғаилә ҡорғас, бергәләшеп кенә матди байлыҡты хәстәрләү зарур.
—Ә балалар һаны кәмеүе проблемаһынан сыға алырбыҙмы икән?
—Әлеге вҡытта, халҡыбыҙҙың абсолют белемгә ынтылышы һүлпән булғанға, был проблеманы хәл итеү ҡатмарлы. Һәр ваҡыт кеше прогрессына икенсе юл бар. Ул—ҡыйынлыҡ юлы (путь страданий). Беҙҙе ҡуҙғатып, уятып ебәрергә көслө генә кризис кәрәк. Бәлки, әле шул да баралыр. Әйткәндәй, балаға ғүмер биргәнгә тиклем уның аңлы рәүештә планлаштырыу зарур. Алдан әйттем бит, кешелә өс энергия була тип. Шуның тәүге икәүһе, йәғни наҙанлыҡ һәм дәрт ҡушылыуы менән барлыҡҡа килһә, был балаларҙың зиһен башҡа була.
Ә изге ниәт менән балалар булдырылһа, уның интеллекты көслө буласаҡ. Халҡыбыҙға нәҡ шул зиһенле балалар тыуҙырыуға рухи көс һалыуы мөһим.
—Нисек көслө ғаилә ҡорорға?
—Ғаиләлә дүрт нәмәгә юл ҡуйылмаҫҡа тейеш. Был да эталон. Беренсеһе—йәбер. Бында бер-береңде йәберләү генә күҙ уңында тотолмай, шулай уҡ хайуандарға ҡарата ла. Малды һуйып, итен ашау ҙа дөрөҫ түгел хатта.
Был хаҡта һөйләгәнем булды. Икенсеһе—интоксикация. Йәғни араҡы эсеү,тәмәке тартыу, наркотик ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.
Хатта сәй ҙә (кофеин) ағыулы матдә булыуы ихтимал. Беҙ, мәҫәлән, боланут үләнен генә эсәбеҙ.
Өсөнсөһө—ҡомарлы уйындар, финанс махинациялар.
Ғаиләлә был нәмәләр булырға тейеш түгел.
Хатта пособие алыу өсөн генә айырылып тороу, хөкүмәтте алдау ҙа махинацияға инә. Ҡатыныңды, йә иреңде алдау ҙа хатта. Был барыбер ҡасан булһа ла кире эҙемтә бирә.Шуға ғәҙел итеп намыҫ менән йәшәү мөһим.
Дүртенсеһе—зина ҡылыу, йәғни ситкә йөрөмәү, хыянат итмәү мөһим.
Ошо дүрт тәңгәлдә тәртип булғанда, ғаилә көслө нигеҙ булдыра.
—Бөгөн башҡорт ғаиләһе эталоны бармы?
—Ата-бабалар эталонды белгән, беҙ, заман башҡорттары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онотҡанбыҙ. Бөгөн бәхетле ғаилә критерийҙарын тергеҙеп, эталон ғаиләләр булдырыу зарур.
—Бөгөн беҙ, журналистар, матур ғаиләләрҙе яҙабыҙ, өлгө итеп күрһәтергә тырышабыҙ, әммә уны йәштәр уҡымай бит.
—Кимәл түбән. Һары пресса ҡыҙыҡ уларға. Арзан мәғлүмәт ҡыҙығыраҡ. Был да аң үҫеше менән бәйле. Ә аңһыҙҙар менән идара итеү еңел. Шуға тормошто үҙгәртеү өсөн аң-йән кимәлен үҫтереү мөһим.
Быны бер көндә генә эшләп булмай. Уҡырға, эҙләнергә, уйланырға, өйрәнергә, аң кимәленә күтәрелергә һәм шул кимәлдәге балаларҙы үҫтерергә кәрәк.
Резеда Усманова.