Көнүҙәк мәсьәлә
24 Августа , 05:55

Ярҙам күрһәтелә

Тыуған ерҙән ярҙам: яҡташтар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтә

Добавить в предпочтительные источники Google
Ярҙам күрһәтеләЯрҙам күрһәтелә
Ярҙам күрһәтелә

 

 

Аралар йыраҡ булһа ла, берҙәмлек булғанда барыһы ла мөмкин. Хәйбулла районы ирекмәндәре һәм Өфөлә йәшәүсе яҡташыбыҙ Альбина Әфләтунова тағы ла көстәрен берләштереп, махсус хәрби операция зонаһына сираттағы гуманитар йөк оҙатты.

 

Ебәрелгән әйберҙәр исемлеге бик бай: 13 куб таҡта, маскировка селтәрҙәре, газ баллондары, аҙыҡ-түлек, һыу һәм гигиена кәрәк-яраҡтары. Шулай уҡ яҡташыбыҙ Гөлдәр Сибағатуллина госпиталдәр өсөн 80 карауат бүләк иткән. Был йөк егеттәребеҙҙең ихтыяждарын иҫәпкә алып тупланған.

 

✊ Ярҙамын йәлләмәгән, изге эштә ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас