Көнүҙәк мәсьәлә
8 Апрель , 06:20

Бында эш ҡайнай

Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылының ремонттан һуң балҡып торған мәҙәниәт усағы көн дә ҡырмыҫҡа иләүендәй геү килеп тора. Уңғандар ир-егеттәрҙе һәм хәрби техникаларҙы ҡурсалаған маскировка селтәрҙәре үреү менән мәшғүл. Клубҡа инеү менән теген машинкалары текелдәүе лә ишетелә. Бал ҡортондай егәрле ҡатын-ҡыҙҙар изге эшен дауам итәләр. Уларҙың алтын ҡулдарында теген машинкаларыы йырлап тора, ә күңелдәрендә—яугирҙар именлегенә изге теләктәр.

Бында эш ҡайнайБында эш ҡайнай
Бында эш ҡайнай

 

 

Эйе, бөгөн Хәйбулла оҫталары теккән дрондан ҡурсалаған япмалар хәрбиҙәргә бик кәрәк, шуға күрә өйҙәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ барлыҡ мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйып, клубҡа ашыға һәм теген машинкаһы артына йәнә ултырып, бик ҡатмарлы һәм яуаплы эшкә тотона. Тағы бер төркөм

 

«Беҙ теккән япмалар, үргән маскировка селтәрҙәре яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлаһын, күңелдәрен йылытһын. Теләгебеҙ бер — егеттәр имен-һау еңеү ҡайтһын, илдәр тынысланһын», — тип теләй яңы ергәндәр.

 

 




Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: Хәйбулла районы хакимиәте.

Бында эш ҡайнай
Бында эш ҡайнай
Автор:
Читайте нас