Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
11 Март , 15:40

Иң мөһиме хәүефһеҙлек: көнкүрештә газ менән ҡулланыу ҡағиҙәләре

Тәбиғи газ—йортобоҙ йылыһы һәм йәме. Тик уңайлылыҡ яуаплылыҡ менән тығыҙ бәйле булыуын иҫтән сығарырға ярамай. «Газпром газ бүлеү Өфө» акционерҙар йәмғиәте иҫкәртә: газ ҡорамалдарын ҡулланғанда ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һәм күршеләрегеҙҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлай.

 

 

Һауа алмашыныуы—хәүефһеҙлек сараһы

Күптәр газ плитәһе йәки колонкаһы хәүефһеҙ эшләһен өсөн уларҙың төҙөк булыуы ла етә тип хаталана. Ысынында төп фактор булып һауа алмашыныуы тора. Газ янған мәлдә кислород ныҡ кәрәк. Әгәр һауа алмашынмаһа, һөрөм газы барлыҡҡа килә. Ә һөрөм газы--төҫһөҙ һәм еҫһеҙ үлем.

Вентиляцияны нисек дөрөҫ эшләргә?

Вентиляция системаһы ике шартты бер юлы теүәл үтәгәндә генә эффектлы эшләй:

Һауа инеү юлы:

Бинаға һауа инергә тейеш. Торлаҡты даими рәүештә форточка асып елләтеү, тәҙрәләргә махсус һауа инеү клапандары ҡуйыу зарур.

Һауа сығы уюлы:

Газ яныуы арҡаһында кислороды юҡҡа сыҡҡан һауа стационар вентиляция каналы аша тышҡа сығып торорға тейеш.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: вентиляция каналын көпләү (мәҫәлән, уны йәбештереү йәки мебель менән ҡаплау) йә булмаһа тәҙрәләрҙе ныҡ итеп ябыу һауа әйләнешен тотҡарлай.

Шуға күрә газ приборҙарын тоҡандырған мәлдә, ул эшләгән ваҡытта даими рәүештә төтөн юлының һәм вентиляция каналының һөрәү көсөн тикшерегеҙ.

Ҡорамалдарҙы эксплуатациялау: һәр кем белергә тейеш

Газ техникаһы оҙаҡ һәм хәүефһеҙ эшләһен өсөн ҡәтғи ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк:

*Газ тоҡандырыуҙы контолдә тотоу: приборҙы тоҡандырғанда горелка кранын утһыҙ килеш 5 секундтан да артыҡ асыҡ килеш тотмағыҙ. Әгәр конфорка шундуҡ тоҡанмаһа, кранды ябығыҙ, бүләмәне елләтәгеҙ һәм ҡабаттан тоҡандырып ҡарағыҙ.

*Йыл һайын техник хеҙмәтләндереү уҙғарыу: белгестәр йылына бер тапҡыр уҙғарған техник хеҙмәтләндереү (ТО) мотлаҡ процедура булып тора. Ул деталдәрҙең иҫкереүен ваҡытында күрергә, тоташтырылған урындарҙың герметик яҡтын ныҡ булыуын, газ сығармауын һәм ҡорамалдарҙы алмаштырыу кәрәклеген асыҡларға ярҙам итә.

*Газ ҡорамалдарын үҙаллы ремонтлау: Бер ваҡытта газ приборҙарын үҙаллы ремонтлап маташмағыҙ. Эш яйын белмәгән кешенең ҡыҫылыуы газ сығып тороуға йәки шартлауға килтереүе ихтимал.

*Ҡорамалдарҙы тәғәйенләнеше буйынса ҡулланығыҙ: Газ плитәһе аш-һыу әҙерләү өсөн генә тәғәйенләнгән. Уны бүлмәне йылытыу өсөн ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Асыҡ янып торған ут бүлмәлә коисород миҡдарын кәметә һәм ут сығыу менән янай.

*Газ торбаларын тәрбиптә тотоу: Газ торбаларында кер киптермәгеҙ һәм теләһә ниндәй предметтар элмәгеҙ. Шулай уҡ газ торбаларын электр ҡорамалдарын ергә еректереү өсөн дә ҡулланырға ярамай.

Газ еҫе сыҡһа, нимә эшләргә?

Газ еҫе сығыуы тиҙ ҡыбырларға кәрәклекте белдергән сигнал. Паникаға бирелергә ярамай, эҙмә-эҙлелекле эш итергә кәрәк:

*Эшегеҙҙе туҡтатығыҙ: приборҙарҙа һәм газ торбаларындағы бөтә крандарҙы ябығыҙ.

*Электр приборҙарын яндырмағыҙ ҙа, һүндермәгеҙ ҙә. Телефонды ҡулланмағыҙ, ут тоҡандырмағыҙ.

*Бүлмәне елләтегеҙ: ел үтәнән үтә өрһөн өсөн тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе шар асығыҙ.

*Эвакуация: хәүеф зонаһынан үҙегеҙ сығығыҙ һәм башҡаларҙы ла унда ҡалдырмағыҙ. Газ сығарыуы хаҡында күршелерәгеҙгә, яҡында булған һәр кемгә белгертегеҙ.

*Ярҙам саҡырығыҙ: Хәүефһеҙ урынға сыҡҡас, мобиль телефондан 104, 112 һанына шылтыратығыҙ.

Һеҙҙең уяулыҡҡа йәмәғәт хәүефһеҙлеге бәйле. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: газ инструкцияға ярашлы эш иткәндә генә хәүеф тыуҙырмай. Үҙегеҙҙе һәм йортоғоҙҙо һаҡлағыҙ!

«Газпром газ бүлеү Өфө» акционерҙар йәмғиәте.

Роман Шумный фотоһы

 

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас