Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
26 Февраль , 23:00

Балаларға уйын майҙансығы кәрәк

Баймаҡ районының Күсей ауылы биләмәһе Башҡортостан Республикаһында тормошҡа ашырылған “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһында ҡатнашып, балалар һау-сәләмәт булып, тышта күберәк уйнап, көс алып үҫһен өсөн, яңы уйын майҙансығын төҙөү проектын өҫтөнлөклө йүнәлеш тип тапҡан.

– Программала ҡатнашыу тураһында дөйөм йыйылыштар үткәреп, инициативалы төркөм булдырҙыҡ. Ауыл халҡы, мәктәп балалары, ата-әсәләр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҙур теләк менән еңеүгә өмөтләнеп был сараға бәйле эштәрҙә әүҙем ҡатнаша. Ауыл балалары ла, каникул осоронда олатай-өләсәйҙәре янына ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәр уйнаһа ла йыһазландырылған майҙансыҡ бик уңайлы булыр ине. Беҙҙең маҡсат--СанПин ҡағиҙәләренә тап килгән балалар уйын майҙансығын булдырыу,--ти Күсей ауыл биләмәһе башлығы Мөхәмәт Әбсәләмов.

“Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһы Башҡортостан Республикаһында 2014 йылдан тормошҡа ашырыла. Төп маҡсат--республика бюджеты субсидиялары иҫәбенә төҙөкләндереү һәм йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү. Унда ҡатнашырға теләгәндәр һаны йылдан-йыл арта, сөнки программа--йылдар буйы ҡул етмәгән проблемаларҙы хәл итеүҙең ышаныслы юлы.

Күсейҙәр тәҡдим иткән проекттары конкурста еңеп сығырына һәм аҡсалата иғәнә йыйыуҙа ҡаршылыҡтар булмаҫына ышана.

 

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас