Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
16 Декабрь 2025, 14:20

Байрам шыршыһын дөрөҫ һайлағыҙ!

Декабрь -- шыршы баҙары миҙгеле.

Байрам шыршыһын дөрөҫ һайлағыҙ!
Байрам шыршыһын дөрөҫ һайлағыҙ!

 Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы иҫкә төшөрә: байрам шыршылары, башҡа үҫемлектәр кеүек үк, юғары фитосанитар хәүефле продукция булып тора. Кешегә хәүеф менән янамаһа ла, урман ҡоротҡостарын ташыусы булараҡ, ылыҫлы ағастарға зыян килтерергә мөмкин. Мәҫәлән, легаль булмаған баҙарҙарҙа һатып алынған шыршыларҙан ҡоротҡостар урмандарыбыҙҙың, ҡала парктарының йәки йорт яны участкаларының сәләмәт ылыҫлы ағастарына күсеүе ихтимал. Шуға күрә ылыҫлы ағастарҙы ташығанда ҡануниәт талаптарын үтәргә кәрәк. Шыршы баҙарҙарында ағас һайлауҙа хаталар булмаһын өсөн, белгестәр түбәндәгеләрҙе кәңәш итә.

Тәү сиратта энәләренә иғтибар итергә кәрәк. Улар бер аҙ майлы, сағыу йәшел төҫтә булырға тейеш. Уларға тейгәндә ҡулда бер аҙ дым ҡалырға һәм ылыҫтың хуш еҫе сығырға тейеш. Әгәр еҫ юҡ икән, энәләр ҡоро булһа, тимәк, шыршы туңған һәм уны һатып алырға ярамай. Ул оҙаҡ тормаясаҡ. Шулай уҡ ағасты олононоң уртаһынан тотоп ергә һуғып ҡарарға мөмкин. Яңы шыршынан ылыҫ ҡойолмай.

Урман ҡоротҡостары буйынса карантин фитосанитар зоналары билдәләнгән территорияларҙан яңы йыл шыршыларын сығарыу менән шөғөлләнгән ойошмалар үҙҙәренең хәүефһеҙлеген раҫлаусы карантин сертификатын рәсмиләштерергә тейеш. Был документты рәсмиләштерергә, карантин аҫтындағы продукцияны сығарыу йәки күсереү тәртибе тураһында консультация алырға, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә билдәләнгән карантин фитосанитар зоналары тураһында мәғлүмәтте 8(347) 232-91-92 телефоны буйынса алырға мөмкин.

Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре контроле аҫтында 2025 йылдың октябренән ноябренә тиклем илдең эске баҙарына 41350 дана байрам шыршыһы оҙатылған. Республиканың Балаҡатай, Белорет, Дүртөйлө, Өфө, Шаран райондарында әҙерләнгән ҡарағайҙар, шыршылар, пихталар территориаль идаралыҡтың вазифалы кешеләре тарафынан тикшерелгән һәм Әстерхан, Волгоград, Воронеж, Курск, Липецк, Мәскәү, Новосибирск, Омск, Ырымбур, Ростов, Һамар, Һарытау, Тамбов ҡалаларына юллана, Төмән, Силәбе өлкәләре, Краснодар крайы, Пермь крайы, ЛНР, ДНР, Ҡырым республикаһы, Татарстан республикаһы, Төньяҡ Осетия-Алания республикаһына оҙатылған.

Байрам ағастары өлгөләре Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеүе «ВНИИЗЖ» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының  Башҡортостан һынау лабораторияһында лаборатория экспертизаһы үтте. Энтомологик һәм гербологик экспертизалар пробаларҙа хәүеф асыҡламай. «ВНИИЗЖ» карантин аҫтындағы продукцияның фитосанитар торошо тураһында һығымталары нигеҙендә 80 дана карантин сертификаты биргән. Продукция Рәсәй төбәктәренә оҙатылған.

 

 

Хәлил Ураҙгилдин, үҫемлектәр карантины бүлегенең дәүләт инспекторы.

 

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас