Түбә ауылынан Рима Мөрит ҡыҙы Ғибәҙәтова—изге күңелле ирекмән. Ул дөйөм эшкә мөмкин тиклем үҙ өлөшөн индерергә тырышып, яугирҙәр өсөн 75 жилет һәм толстовка теккән.
Рима Мөрит ҡыҙы һалдаттарға кейем тегеү менән даими шөғөлләнә. Ваҡытын һәм көсөн йәлләмәй, бушлай һәм ихлас патриотизм менән ул хәрбиҙәргә ярҙам итә. Уның изге ҡылығы барыбыҙ өсөн дә, бигерәк тә үҫеп килгән быуын өсөн өлгө булып тора.
Әйткәндәй, районда «Беҙ бергә» ирекмәндәр хәрәкәте фронтҡа бөтәһе 650-нән ашыу толстовка ебәреүгә өлгәшкән.
Семеновск ауылы халҡы ла даими ярҙам күрһәтә. Был юлы улар мотоцикл һәм УАЗ өсөн тәгәрмәстәр комплекты әҙерләгән. Ылауҙы ваҡытлыса ялға ҡайтҡан «Урман» позывнойлы яугиргә тапшырғандар.
Күгиҙел ауылы халҡы ла махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәргә ҡулдарынан килгән тиклем ярҙам итергә тырыша.
Ошо көндәрҙә Күгиҙел уңғандары МХО егеттәре өсөн күңел йылыһын һалып, өй шарттарында әҙерләнгән туҡлыҡлы ризыҡтан ауыҙ итһендәр тип, яҡташ егеттәргә реторт пакеттарға былау бешереп тултырҙы.
—Реторт пакеттарға һалынған әҙер ашты һалдаттарыбыҙ бер нисә тапҡыр алып ҡыуанып, рәхмәт һүҙҙәрендә ишеттерҙеләр инде. Уларҙан рәхмәт сәләмдәре килеүе беҙҙе дәртләндерә,—ти күгиҙелдәр.
Бар көсөн һалып яугирҙәргә ярҙам итеүселәргә ҙур рәмәт! Тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләйбеҙ!