

Әйтергә кәрәк, белем усаҡтары яңы уҡыу йылына ентекле әҙерләнгән. Һәр ҡайһыһы биләмәләрҙе яҡшыртыуға, баҡсаны күркәмләүгә ҙур тырышлыҡ һалған. Түтәлдәрҙәге сәскәләргә тиклем сағыу биҙәлешле, хатта уларҙан тематик яҙыуҙар ҙа яһағандар. Ҡайһы берҙәрендә хәрби тематикалы биләмәләр ҙә булдырылған. Матурлыҡ матурлыҡ менән, хәүефһеҙлек саралары күреүҙе лә комиссия күҙ уңынан ысҡындарманы.
Уҡытыусылар һәм тәрбиәселер әйтеүенсә, яңы уҡыу йылына әҙерлек йәй буйы алып барылған. Биналарҙа ремонт эштәре атҡарылған, уҡыу кабинеттары рәткә килтерелгән. Баҡсаларҙа гөлгә күмелеп ултырһын өсөн хеҙмәткәрҙәр иртәнсәктән кискә тиклем тир түккән.
Яңы уҡыу йылына әҙерлекте байҡау юҡҡа ғына августың тәүге 10 көнөндә уҙғарылмай. Етешһеҙлектәр асыҡтанған осраҡта уларҙы бөтөрөүгә ваҡыт етерлек булыуы, йәғни 1 сентябргә ҡәҙәр етмәгән урынды еренә еткереп ҡуйыу мөмкинлеге бирелә.