

Һуғышты нисек кенә нарыҡламаһындар, ул һәйбәт нәмә түгел. Бына инде өс йыл махсус хәрби операция бара. Был халҡыбыҙ өсөн оло һынау. Илебеҙ иңенә ауырлыҡ төшкән мәлдә кемдең кемлеге лә асыҡлана бара. Кемдер бар тапҡан-таянғанын Ватан именлеген яҡлаған һалдаттарға оҙатһа, бәғзеләр болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоп ҡалмаҡсы. Хәйер, һәр кем ғәмәле өсөн үҙе яуап бирә, беҙгә хөкөм итергә түгел.
Илебеҙ ауырлыҡ алдына килеп баҫып, ир-егеттәр тыныслыҡ яуларға юлланғас та, замандаштарыбыҙ ирекмәндәр булып бер төркөмгә тупланды. Уларҙың ваҡыт менән иҫәпләшмәй эшләүе, тырышлығы, илһөйәрлеге күптәргә өлгө булырлыҡ.
Нәсимә Мәсәғүт ҡыҙы Ильясова ла шундай ирекмәндәрҙең береһе. Ул Баймаҡ районы Түбә ҡасабаһында тыуған, 5 йәшенән Сибайҙа үҫкән. Ҡаланың 2-се мәктәбендә уҡыған. Алыҫ Себер тарафтарында йәшәгән, ә 1991 йылда ғаиләһе менән йәнә Сибайға ҡайтып төпләнгән. Элемтә бүлегендә, педагогия колледжында эшләгән, ике бала үҫтергән. Әле өс ейән-ейәнсәренә һөйөклө өләсәй булып ҡаланың Көньяҡ ҡасабаһында йәшәй. Бик әүҙем тормош алып бара: «Радость перемен» клубына, бассейнға йөрөй, ГТО нормативтары тапшыра, уҡырға, бәйләргә ярата, һәр саҡ өйрәнергә, үҫергә ынтыла.
2024 йылда гәзиттә иғлан күреп ҡала ул. Маскировкалар сел-тәре үрергә кешеләр кәрәклеген белгәс, «Тиҫтер» клубына килә. Тиҙ арала селтәр үрергә өйрәнә, коллективта үҙ кеше булып китә. Госпиталдәр һәм фронт өсөн кәрәкле әйберҙәр тегеп биреүҙән тыш, разведчиктар өсөн мас-кировка костюмы эшләй башлай.
—Беҙҙең ҡулдар ме-нән үрелгән, тегелгән әйбер бер һалдаттың ғүмерен ҡотҡарһа ла шат булыр инем. Бына ошо тойғо арыуҙы ала, дәртләнеп, алһыҙ-ялһыҙ эшләргә көс бирә,—ти Нәсимә Мәсәғүт ҡыҙы.—Селтәрҙәрҙе «Көмөш ирекмәндәр» әҙерләй. Һәр эште башлар алдынан рус һәм башҡорт телендә доға ҡылабыҙ, доғалыҡтарҙы ҡушып тегеп тә ебәрәбеҙ. Маскировка селтәрен әҙерләгәндә төрлө төҫтәге туҡыма тотонабыҙ, улар миҙгелдәргә тура килергә тейеш. Төркөмөбөҙҙөң берҙәм иҫәбе бар, аҡса йыябыҙ.
Нәсимә Ильсова бәйән иткән төркөмдә әле 30 кеше. Улар бергәләшеп кәрәкле әйбер һатып ала, интернет селтәрҙәренән башҡа кәрәк-яраҡ үрергә, тегергә өйрәнәләр.
—Плащтар, халаттар, ҡотҡарыу беләҙектәре, ҡоро душтар, окоп шәмдәре һәм башҡаһын әҙерләйбеҙ,—ти улар.
Төркөмгә ихласлап эшләү өсөн ҙурыраҡ бүлмә кәрәк булғас, ҡала хакимиәте Таусылар проспектындағы Сибай институты бинаһынан урын бүлә. Унда хәҙер әйберҙәр һаҡларға үҙ келәттәре, музейҙары, сәй эсеү, намаҙ уҡыу бүлмәләре, тегеү цехтары бар. Бында ирекмәндәр йоҡо ҡапсыҡтары, носилкалар, плащ-носилкалар, онтораҡтар, кейемдәр, яҫтыҡтар, дымлы һәм бысраҡ ерҙә аяҡты һаҡлауға гамаш-гетрҙар һәм башҡаһын тегә, әҙерләй. Шулай уҡ үлән сәйҙәре, ҡайнатмалар һәм башҡа ризыҡтар туплап оҙатып торалар.
—Беҙҙең төркөмгә Сибай ҡалаһы халҡы бик ҙур ярҙам күрһәтә, аҡса күсереп торалар, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек һәм башҡаһын алып киләләр. Магазиндарҙа «изгелек кәрзиндәре» эшләй. Шулай уҡ «Йома саҙаҡаһы» һәм «Воскресный стольник» ярҙамға килә. Фронт, госпиталь менән бәйләнештә булырға, уларға нимә кәрәклеген белешеп торорға тырышабыҙ. Әҙерләргә, өлгөртөргә бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Тегенселәр етмәй. Минең менән Әсмә Бүләкова, Фәниә Хажина, Рәмзиә Хәлилова көнө буйына ирекмәндәр үҙәгендә тегә, унан кәрәк булһа өйҙә дауам итәбеҙ. Беҙ теккән әйберҙәр барып етһен, егеттәр ғүмерен ҡотҡарһын, һаҡлаһын, илгә тыныслыҡ килһен тигән теләк беҙҙе берләштерә,—ти Нәсимә Ильясова.
Бына шундай алтынға бәрәбәр «көмөш ирекмәндәр»! Уларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Афарин!
Резеда Усманова.