АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Көнүҙәк мәсьәлә
27 Май 2025, 06:25

Халыҡҡа ла, төбәккә лә файҙа булһын

Туризм ғына Әбйәлилде үҫтерә алырмы?Әбйәлил районы – республикабыҙҙың иң матур райондарының береһе. Мәғрүр Ҡырҡты тауҙары, береһенән–береһе мул һыулы күлдәре, ҡуйы урмандары, төрлө емеш–еләккә, шифалы үләндәргә бай туғайҙары кемдәрҙе генә һоҡландырмай!

Халыҡҡа ла, төбәккә лә файҙа булһынХалыҡҡа ла, төбәккә лә файҙа булһын
Халыҡҡа ла, төбәккә лә файҙа булһын

Күптәр Әбйәлилдең йөҙөк ҡашы булған Яҡтыкүл шифаханаһында, “Березки”, “Юбилейный” ял йорттарында ял итә, төбәктә этнотуризм ярайһы уҡ киң үҫеш алған, ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы ла алға киткән. Туризм өлкәһендә ныҡлы аҙымдар яһаған Әбйәлил районы ниндәй сығанаҡтар иҫәбенә үҫешә. Әлбиттә, һәр кем, иң элек, Мауыҙҙы күле тирәләй урынлашҡан иҫәпһеҙ–һанһыҙ ял итеүселәрҙе күҙ алдына килтерә торғандыр. Әммә бында төп аҡсаны ауыл хужалығы продукцияһы әҙерләүселәр, төҙөлөш материалдары етештереүселәр эшләй. Шулай ҙа курорт зонаһы биргән өлөштө лә инҡар итеп булмай.
Ҡайҙан күпме аҡса килә?
2024 йылда Әбйәлил районы 6,3 миллиард һумлыҡ продукция оҙатҡан. Төп өлөшө 42% йәки 2,6 млрд һумы 2021 йылда асылған “Цемикс” ҡоро ҡатнашмалар заводына тура килә. Район иҡтисадына индергән өлөшө буйынса икенсе урында (21,5% йәки 1,4 млрд һум) Магнитогорск металлургия комбинатына ҡараған “Юбилейный” шифаханаһы тора. “ Красная Башкирия” ЯСЙ-һы былтыр 712 миллион продукция биргән (райондың дөйөм күләмендә 11,4 процент). Тағы бер ҙур туристик объект–«Березки» ял йорто иҫәбенә 221 миллион һум йәки 3,5 процент тура килә.
Тармаҡтар буйынса ҡараһаҡ: сәнәғәт (район буйынса оҙатылған продукцияның дөйөм күләменән 43,2 процент) төп урынды биләй, артабан һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр, шул иҫәптән шифаханалар (26,4 процент), ауыл хужалығы (11,4 процент) һәм ҡунаҡханалар һәм ресторандар (10,5 процент) килә.
– Әбйәлил районы электән ауыл хужалығы районы булды. Был тармаҡ тәбиғәт-климат шарттарына бәйле. Шуға ла производство күләмен арттырыуҙа, ыңғай финанс һөҙөмтәләренә өлгәшеүҙә ыңғай динамиканы йыл һайын һаҡлауға мөмкинлек юҡ. Был йәһәттән районда күптән түгел төҙөлгән цемент предприятиеһы иғтибарға лайыҡ: туғыҙ миллиард һумдан ашыу инвестициялар, 220 эш урындары булдырылған. Һуңғы биш йылда районда сәнәғәт производствоһының 20 тапҡыр артыуы күпселек ошо предприятиеға бәйле, – ти иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенең социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре Виталий Печаткин.
Район бюджеты Башҡортостан Республикаһы бюджетынан үҙ килемдәрҙән һәм кире ҡайтарыуһыҙ бирелгән керемдәрҙән төҙөлә. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: Өфөнән башҡа республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла дотациялы. 2024 йылда Әбйәлил районының тупланма бюджетының 2,3 миллиард һумлыҡ килеменең 36,4 процентын үҙ һалым һәм һалым булмаған килемдәр тәшкил иткән. Килемдең дүрттән бер өлөшөнән кәмерәге (24%) туристик өлкәнән килгән.
Күреүебеҙсә, район иҡтисады туризмға ныҡ бәйле тип әйтергә иртәрәк. Өҫтәүенә, бюджеттың өстән ике өлөшө тиерлек «Өфөнән» трансферҙар менән формалашҡан шарттарҙа йәшәү кимәленең баш ҡаланан килгән килемгә тулыһынса бәйлелеген танырға кәрәк.
Тотороҡло килем сығанаҡтары булһа, биләмәне төҙөкләндереү, социаль объекттар төҙөү, яңыртыу тураһында ҡарарҙарҙы ҡыйыу ҡабул итергә мөмкинлек бирер ине. Социаль объекттарҙың күпселеге, шул курорт зонаһында ла, яңыртыуға мохтаж.
Туризм биләмәнең үҫешенә булышлыҡ итә аламы?
Яҡтыкүл курорт зонаһына йыл һайын 70-100 мең турист килә, уларҙың яҡынса 70проценты сит төбәктәрҙән. Ғәмәлдә был һандың ҙурыраҡ булыуы мөмкинла ихтимал, сөнки ял итеүселәр урынлашҡан бөтә объекттар ҙа мәғлүмәт бирмәй. Һандар, башлыса, ҙур шифаханалар һәм ял йорттары мәғлүмәттәренән сығып төҙөлә.
200 меңдән ашыу турист йыл һайын “Металлург – Магнитогорск” тау-саңғы үҙәгенә килә. Башҡортостан биләмәһендәге гондоль күтәргесе менән берҙән-бер тау саңғыһы булған үҙәктә 10 километр оҙонлоғондағы 7 трасса бар. Төньяҡ Үләнде күле эргәһендәге “Динопарк” халыҡты йәлеп иткән бер урын булып тора. Әле һанап үтелгән объекттар Яҡтыкүлдән йыраҡ түгел урынлашҡан. Был эштең миҙгелле булыуын да иғтибарға алыу мөһим: ҡышын һәм йәйен бында кеше күпләп килә, яҙын һәм көҙөн әүҙемлек кәмей.
Курорт зонаһынан ситтә туробъекттартөҙөү планда ғына әлегә.
Эшһеҙлек хаҡында
Яҡтыкүл курорт зонаһына ҡараған Ташбулат ауыл биләмәһендә 2025 йыл башына мәшғүллек үҙәгендә 33 вакансияға ни бары 3 кеше иҫәптә торған. Райондың башҡа ауылдары хаҡында быны әйтеп булмай. Әйткәндәй, рәсми теркәлгән эшһеҙлек күләме ҙур түгел – 0,45 процент тирәһе. Әбйәлилдәр пособиеға йәшәргә күнекмәгән: вахталарҙа эшләйҙәр, хужалыҡ менән шөғөлләнәләр.
Курорт зонаһында эшкә медицина хеҙмәткәрҙәре, хеҙмәтләндереүсе персонал, төҙөүселәр, сантехниктар, ашнаҡсылар, һатыусылар талап ителә. 2024 йылда туризмда уртаса эш хаҡы, хакимиәт мәғлүмәттәре буйынса, 46,5 мең һум тәшкил иткән, был район буйынса уртаса эш хаҡынан түбәнерәк (яҡынса 52 мең һум).
«2024 йылда Әбйәлил районында уртаса эш хаҡы һиҙелерлек күтәрелһә лә, Башстат мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылдың 9 айында эре һәм урта предприятиелар буйынса уның уртаса айлыҡ эш хаҡы кимәле 51 мең һум тәшкил иткән, был ҡайһы бер көньяҡ-көнсығыш муниципалитеттар кимәленән өстән бер өлөшкә кәмерәк, мәҫәлән, эре сәнәғәт предприятиелары урынлашҡан Хәйбуллала һәм Учалыла 74 мең һум самаһы», - ти профессор, иҡтисад фәндәре докторы Рөстәм Ахунов.
Районға инвесторҙар кәрәк
Туристар Мауыҙҙы буйында ҡыҙынған арала, районға ҙур инвесторҙар күҙ һала. Ауыл хужалығын, туризмды, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса пландар бар, әммә барыһы ла был тармаҡтарҙың бик көсһөҙ булыуын аңлай. Район йыш ҡоролоҡҡа дусар була, ә ҡыштарын – түҙеп торғоһоҙ һыуыҡтар булыуы бар. Һауа торошона бәйле булған аграр сектор һәм туризм өсөн район бик уңайлы түгел. Бынан тыш, туризмда, шәхси инвесторҙар уны үҫтерергә нисек кенә тырышмаһын, күп нәмә дәүләт бюджетына бәйле. Таҙартыу ҡоролмалары проблемаһы киҫкен тора, ә был – һыу ятҡылыҡтарының экологияһына һәм йәлеп итеүсәнлегенә йоғонто яһаусы төп фактор. Иҡтисад үҫеше өсөн ышаныслы этәргес кәрәк.
"Иҡтисадтың төрлө тармаҡтарына үҫешеү мөмкинлеге бирергә кәрәк – улар бер-береһенә ҡамасауларға тейеш түгел. Сәнәғәт, туризм һәм экология өсөн берҙәй үҫешергә тейеш. Әбйәлилдең туристик тармағына күп миллиардлы инвестициялар индерелһә, бәлки, районды ошо юҫыҡта үҫтерә алыр инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай аҡса юҡ, район дотациялы булып ҡала. Шуға күрә, курорт зонаһы тарихын, экологияны мотлаҡ иҫәпкә алып, сәнәғәт өлкәһенә иғтибар итергә кәрәк. Миҫалға Хәйбулла районын килтерергә мөмкин: һуңғы 5 йылда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар йыл һайын 20 миллиард һум самаһы инвестициялаған. Был предприятиеларҙан йылына 4 миллиард һум төрлө кимәлдәге һалымдар ингән, өҫтәмә рәүештә 100 миллион һум хәйриә эштәренә бүленә», ти «Яҡтыгүл» шифаханаһының элекке директоры, Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт Комитетының экс-рәйесе Салауат Нафиҡов.
"Әбйәлил районының социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү өсөн өмөтлө предприятиелар төҙөү, шулай уҡ быға тиклем алып барылған ауыл хужалығы, туризм өлкәләрен үҫтереү зарур. Был инфраструктураға ыңғай йоғонто яһаясаҡ: ҡунаҡханалар, ял базалары, кемпингтар, юлдар төҙөләсәк, халыҡ художество кәсебен үҫтереү мөмкинлектәре файҙаланыласаҡ, балды һауыттарға тултырыу, һөт продукцияһын эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк», - тип иҫәпләй Виталий Печаткин.
“Бында район инфраструктураһына ҙур инвестицияларһыҙ булмай.Әбйәлилде тотороҡло үҫтереүгә йүнәлтелгән, иҡтисадтың, социаль өлкәнең һәм биләмәнең экологик именлеген күҙ уңында тотҡан грамоталы инвестиция ҡарары кәрәк», - ти Рөстәм Ахунов та.
Һис шикһеҙ, төбәктә туризм да, ауыл хужалығы, сәнәғәт тә үҫешһен өсөн инвесторҙар ҙа, яңы предприятиелар ҙа кәрәк. Әммә улар халыҡҡа ла, төбәккә лә файҙа килтерергә тейеш.
К.Ишбулдина

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас