АТАЙСАЛ
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Көнүҙәк мәсьәлә
23 Мая 2025, 04:55

Тел белгестәре яҡты маяҡ

12-13 майҙа Өфө илдең полилингваль һәм билингваль белем биреү тәжрибәһен дөйөмләштереү, республиканың тел сәйәсәте торошон һәм мөмкинлектәрен тикшереү өсөн фекер алышыу майҙансығына әүерелде. Бында II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы үтте. Мәртәбәле йыйында Башҡортостан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы-Югра, шулай уҡ Ҡаҙағстан Республикаһы мәктәптәре, балалар баҡсалары, юғары белем биреү ойошмалары, һөнәри белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты. Бынан тыш, съезға ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкилдәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәре авторҙары, милли мәғариф өлкәһе ветерандары саҡырылды. Съезға Сибайҙан 9 делегат барҙы. Улар: ҡаланың мәғариф идаралығы начальнигы Герасимова Оксана Михайловна, башҡорт теле методисы Айһылыу Моталапова, Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры Дилә Фәтҡуллина, «Ирәндек» лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Әйүпова, гимназиянан Башҡортостандың атҡаҙаған уҡытыусыһы Гөлнур Ҡотлоғәләмова, 1-се мәктәп уҡытыусыһы Илшат Солтанов, «Тейенкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Таһирова, 3-сө республика полилингваль күп тармаҡлы гимназия-интернаты директоры Нияз Мөхәмәтов, уҡытыусы Зөлфиә Ҡарасова.

Тел белгестәре яҡты маяҡТел белгестәре яҡты маяҡ
Тел белгестәре яҡты маяҡ

Көндөң беренсе яртыһында съезда ҡатнашыусылар «Йәншишмә», «Аҫылташ», «Гөлөстан», «Аҡбуҙат», «Самрау», «Шүлгән», «Иҙел» майҙасыҡтарында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында сараның пленар ултырышы һәм уҡытыусыларҙы дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы үтте. Улар араһында ҡалабыҙҙың Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры Дилә Фәтҡуллина оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм юғары профессиональ оҫталығы өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Хәбиров ҡулынан Рәхмәт алды. Сибай гиманзия-интернатынан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Кәримова «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.

Тағы шуныһы ҡыуаныслы: Республика Башлығы Р.Хәбиров йыл һайын июнь айында «Урал батыр» эпосы көндәрен уҙғарырға тәҡдим итте.
-Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү халҡыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫына нигеҙләнергә тейеш. Айырыуса «Урал батыр» халыҡ эпосын - донъя әҙәбиәтенең уникаль боронғо әҫәрен айырып әйтәм. Был тере башҡорт әҙәбиәте ҡомартҡыһын артабан да һаҡлап ҡалыу, үҫтереү өсөн йыл һайын июнь айында «Урал батыр» эпосы көндәрен уҙғарырға тәҡдим итәм,--тине Радий Фәрит улы.

-Съезд бик эшлекле шарттарҙа үтте. Мин милли һәм полилинваль мәктәптәрҙең етәкселәре ҡатнашҡан «Аҫылташ» майҙансығында эшләнем. Унда башлыса полилингваль һәм билингваль белем биреү тәжрибәһе менән уртаҡлаштыҡ, республиканың тел сәйәсәте торошон тикшереп, фекер алыштыҡ,--тине Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры Дилә Урал ҡыҙы.

Сибай гимназия-интернаты уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова «Гөлөстан» майҙансығында үҙ эш тәжрибәһенән сығып, уҡыусыларға өйгә эштәр биргәндә дәреслектәр менән сикләнмәү, ә атай-әсәйҙәрҙе, олатай-өләсәйҙәрҙе лә йәлеп итерлек ҡыҙыҡлы эштәр биреү тәҡдимен индерә.-Тыуған яғыңдың ер-һыу атамаларын яҙып алып килеүгә, мәҫәлән, бар ғаилә йәлеп ителә. Ошолай итеп, өлкәндәр һәм бала араһында туған телдә һөйләшеү, аралашыу барлыҡҡа килә», - ти ул.

Съезда ҡаралған мөһим мәсьәләләр менән бер рәттән туған телдәрҙе өйрәтеү өсөн ябай әсбаптар кәрәклеге, социаль селтәрҙә эште киңәйтеү, башҡорт блогерҙарын үҫтереү ҙа һыҙыҡ өҫтөнә алында.

«Башҡорт теле уҡытыусыһы, маяҡ кеүек, һәр яҡлап алдынғы булып, үҙ артынан башҡалары эйәртә белһен, белемле, тәрбиәле уҡытыусы абруйлы була»,-тигән дөйөм фекергә килделәр йыйында ҡатнашыусылар.
Ултырыш аҙағында ҡатнашыусыларҙың тәҡдимдәрен иҫәпкә алып төҙөлгән резолюция ҡабул ителде.

*

Зөлфиә Ҡарасова, гимназия-интернат уҡытыусыһы:

-Делегат булараҡ, мин  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә рәсәй съезында ҡатнашыу мөмкинлегенә  эйә булдым. Съезд үҙенең ойошторолоуы һәм бай программаһы менән таң ҡалдыра.

Миңә интерактив башҡорт теленә арналған «Һомай» секцияһында эшләү бәхете тейҙе. Секцияла эшләү минең өсөн ысын асыш булды. Башҡорт телен уҡытыуҙа яһалма интеллектты ҡулланыу, мәғариф проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан республикаһы башлығы гранттарын алыу мөмкинлектәре тураһында күп нәмә белдем.

Мәғарифта заманса трендтар менән бәйле темалар айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Беҙ уҡытыусының видеоблогер булыу, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ ҡыҫҡа һәм ҡыҙыҡлы проекттарҙы нисек тиҙ булдырыуы тураһында фекер алыштыҡ.

Үҙ алдыбыҙға ҡуйған төп бурыстарҙың береһе-башҡорт телен популярлаштырыу, уға модалы һәм заманса яңғыраш биреү юлдарын тикшереү. Интерактив алымдар ҡулланыу, матур контент булдырыу, йәштәрҙе тел мөхитенә йәлеп итеү-былар барыһы ла, минеңсә, хәҙерге донъяла башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә ала. Съезд артабанғы эш өсөн ҡеүәтле импульс булды һәм башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән яңы проекттарға илһамландырҙы.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас