АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Көнүҙәк мәсьәлә
8 Май 2025, 11:15

Башҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙа

  12-13 майҙа Өфө ҡалаһының “Башҡортостан” дәүләт концерт залында башҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙа. Съезд эшендә 650 кеше ҡатнаша. Әһәмиәтле ҡорға делегаттар һайланды. Съезд эшендә 650 кеше ҡатнаша. Улар – республика дөйөм белем биреү мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм уҡыу программаһына башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре индерелгән күрше төбәктәр вәкилдәре, мәғариф бүлектәренең туған тел буйынса методистары, мәктәп директорҙары һәм балалар баҡсалары мөдирҙәре, урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, филология йүнәлеше буйынса белем алыусы студенттар. Туған тел дәрестәренең бәҫен күтәреү, камиллаштырыу, уҡытыуҙағы проблемалар тураһында уртаға һалып һөйләшеү, фекер алышыуҙарға ҡайтып ҡалған сарала Сибайҙан 9 делегат ҡатнашасаҡ. Улар: ҡаланың мәғариф идаралығы начальнигы Герасимова Оксана Михайловна, башҡорт теле методисы Айһылыу Моталапова, Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры Дилә Фәтҡуллина, «Ирәндек» лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Әйүпова, гимназия уҡытыусыһы Гөлнур Ҡотлоғәләмова, 1-се мәктәп уҡытыусыһы Илшат Солтанов, , воспитатель детского сада «Тейенкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Таһирова, 3-сө республика полилингваль күп тармаҡлы гимназия-интернат директоры Нияз Мөхәмәтов, уҡытыусы Зөлфиә Ҡарасова.

Башҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙаБашҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙа
Башҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙа

 

Һүҙ делегаттарға!

Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры Дилә Урал ҡыҙы Фәтҡуллина:

-Съездың эшлекле шарттарҙа уҙасағына һәм уның һөҙөмтәһе булырына ныҡлы ышанам. Дәүләт кимәлендә башҡорт теленә иғтибарҙы көсәйтеүгә, ыңғай ҡараш булдырыуға булышлыҡ итәсәгенә лә иманым камил Башҡорт теле – Башҡортостан Республикаһында икенсе дәүләт теле. Уны ҡулланыу даирәһе киңәйтеү өҫтөндө эш алып барырға кәрәк . Туған телде һаҡлау иң беренсе ғаиләнән башлана. Мәктәптә лә, балалар баҡсаһында ла түгел. Һөйләштә килеп сыҡҡан паразит һүҙҙәрҙән арыныу, балаларҙы ла иҫкәртеп тороу, үҙебеҙҙең телде популяр, модалы итеү кәрәк. Модалы итеү өсөн уны даими ҡулланыу мөһим. Төп сере шунда ғына. Телде һаҡлау өсөн күп нәмә кәрәкмәй – бары тик үҙ телебеҙҙә һөйләшеү етә. Үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ икән, һаҡлайбыҙ тигән һүҙ.

Зөлфиә Нуретдин ҡыҙы Ҡарасова, 3-сө республика полилингваль күп тармаҡлы гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

-Йәштәр араһында башҡорт телен һаҡлау һәм популярлаштырыу мәсьәләләрен тикшереү мөһим аспект буласаҡ, тип уйлайым. Глобалләшеү һәм башҡа телдәр өҫтөнлөк итеү шарттарында, бигерәк тә йәш быуында туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу мөһим. Съезда, моғайын, заманса медиа-платформалар, социаль селтәрҙәр һәм интерактив уйындар ярҙамында йәштәрҙең иғтибарын башҡорт мәҙәниәтенә һәм теленә йәлеп итеүҙең ижади һәм һөҙөмтәле ысулдары тәҡдим ителер.

Гөлдәр Ҡадаева яҙып алды.

Башҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙа
Башҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙа
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас