Хәйбулла районы үҙәк район китапханаһында һалдаттар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн марлянан стерилле салфеткалар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Уның инициаторы - үҙәк район китапханаһы, Хәйбулла районының «Беҙ бергә көс» хәйриә фонды.
Оҫталыҡ дәресендә 100%-лы мамыҡ туҡыманан 20 метрҙан ашыу беренсе сортлы марля ҡулланылған. Марляның экологик яҡтан таҙа һәм тәбиғи булыуы яраны яҡшы елләтеүҙе һәм инфекциянан һаҡлауҙы тәьмин итә.
Фронтта яра бәйләү материалы бик кәрәк, бәйләүҙе әҙерләүгә байтаҡ ваҡыт китә һәм улар күп талап ителә.
Хәйбуллалар әҙерләгән материалдар махсус крафт-пакеттарға һалынған. Ирекмәндәр үҙҙәренең хеҙмәте менән дөйөм эшкә өлөш индереүҙәренә бик шат. Нәҡ улар әҙерләгән салфетка-бинттар яугирҙәр ғүмерен ҡотҡарыуы ихтимал.