2023 йылдың апреленән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә комплекслы ярҙам күрһәтеү маҡсатында «Ватанды һаҡлаусылар» фонды булдырыла. 2023 йылдың 1 июнендә Башҡортостан Республикаһында уның филиалы эш башлай.
«Ватанды һаҡлаусылар» республика фондының Хәй-булла районы филиалында Лилиә Шакирова һәм Ләйсән Салауатова социаль координатор вазифаһын башҡара.
Лилиә Рафаил ҡыҙы белдереүенсә, ойошманың төп маҡсаты—махсус хәрби операция ветерандарын һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларын социаль оҙатыу. Фонд уларға билдәләнгән бөтә ярҙам сараларын алырға булышлыҡ итә. Бында медицина һәм социаль реабилитация, дарыу менән тәьмин итеү, психологик ярҙам, реабилитациялауҙың техник саралары һәм шифахана-курорт дауаланыуы, шулай уҡ ветерандарҙы ҡайтанан уҡытыу, эшкә урынлаштырыу һәм башҡалар инә.
—Әлеге мәлдә бөтә категориялар буйынса 400-ҙән ашыу тәрбиәләнеүсебеҙ бар—һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары, эштән бушатылған хәрби хәрәкәттәр ветерандары, инвалид ветерандар. Беҙ махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәр, уларҙың ғаиләләре менән даими бәйләнештәбеҙ. «Алғы һыҙыҡ»тан сыҡҡан яугирҙәр тәүгеләрҙән булып үҙҙәре шылтырата, уларға кәрәк саҡта психолог булараҡ та ярҙам итәбеҙ, кәйефтәрен күтәрмәләп ебәрәбеҙ. Ә тылдағыларға улдары йәки ирҙәре оҙағыраҡ шылтырата алмай, хәлдәрен белгертмәй башлаһа, беҙ төрлө юлдар аша уларҙы эҙләргә тотонабыҙ. Эшебеҙ еңел түгел, әммә һәр бер әйтелгән һүҙҙең дә ҡайһы саҡта мөһим роль уйнауын яҡшы аңлайбыҙ, шуға күрә ике яҡлы бәйләнештә булыуыбыҙҙы ғаиләбеҙ аңлап ҡабул итә. Тормошта төрлө хәлдәр осрай: ялға ҡайтҡан яугирҙәр тиҙ арала һөйгәндәре менән никах уҡыта, ЗАГС-ҡа инә, яу яланына барғас, «кире беҙҙе айырығыҙ» тип шылтыратыусылар ҙа юҡ түгел. Улынан ҡош телендәй хәбәр ала алмай, уның бер һүҙен ишетергә теләп йөрәктәре әрнегән әсәйҙәр, ирҙәренең үле хәбәрен алып, артабан ни эшләргә белмәгән яугир ҡатындарына ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Ошоға тиклем 300-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иттек. Кешеләр хәрби хәрәкәттәр ветераны кенәгәһен алыуҙан алып льготалар рәсмиләштереүгә ҡағылышлы төрлө һорауҙар менән килә. Йәнә яугирҙәргә хөкүмәт ярҙамы саралары, страховкалау түләмдәренә ғаризалар, хәбәрһеҙ юғал-ғандарҙы эҙләү һәм башҡалар инә. Айына бер нисә тапҡыр һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә сығабыҙ, комплекслы ярҙам күрһәтәбеҙ,—ти Лилиә Шакирова.
Ләйсән Салауатова әйте-үенсә, районда махсус хәр-би операция биләмәһендә төрлө яра эҙемтәләре буйынса алты инвалид теркәлгән. Уларға йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу буйынса ла күп эштәр тап ошо фонд аша башҡарыла. Инвалидлыҡ документтарын юллауға Иҫәнғол ауылына машина табыу мәсьәләһен хәл итеү ҙә, юғалған йәки һәләк булған яугирҙе асыҡлау маҡсатында ДНК анализдарын тапшырыу, госпиталдәрҙә ятҡандарға кәрәкле медицина препараттары табыу, уларҙы ебәреү өсөн төрлө район һәм ҡала ирекмәндәренә сығыу кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү ҙә социаль координаторҙар иңенә төшә. Хатта яу ҡырында батырҙарса һәләк булғандарҙы тыуған ауылында ерләүҙе ойоштороу мәсьәләләре буйынса ла ярҙам талап ителә.
—Үҙебеҙҙең түгелеп илаған саҡтарыбыҙ ҙа була. Кемгәлер ярҙам итә алмаған осраҡтамы йәки кисә генә телефондан аралашып, иртәгәһенә уның үлемен ишетеү бигерәк тә аяныслы. Әммә беҙ яугирҙәребеҙ алдында рухи һәм психологик яҡтан ныҡ булырға тырышабыҙ, уларға бары тик позитив кәйеф бүләк итәбеҙ. Был мәлдең ваҡытлыса икәнлеген яҡшы аңлайбыҙ һәм тиҙҙән еңеү менән ҡайтыусыларҙы ҡаршы алырға теләйбеҙ,—ти Ләйсән Фәрүәз ҡыҙы.
Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: ниндәйҙер аңлашыл-маусанлыҡ килеп сыға икән, судҡа ла мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Мәҫәлән, улы яуҙа һәләк булып, әсәһе менән атаһы бәләкәй саҡта уҡ айырылышып, атаһы улына бер тин дә алимент түләмәй, уны үгәй атаһы үҙ улындай үҫтергән икән, тимәк, был осраҡта бер нисә шаһит булған кешене алып барып, судта хәлдең ысынбарлыҡта нисек булы-уын аңлатыу кәрәк. Һуңғы ваҡытта ошондай мәсьәләләр күп осрай, фондҡа тап ошо һорауҙы хәл итергә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар.
Хәйбулла районында «Үҙ ғаилә ҡунаҡханаһы» тигән проекты эшләп килә. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәр, уларҙың яҡындары, һәләк булғандарҙың ғаиләләре ҡатнаша. МХО-ға бәйле булғандарҙың ғаиләләре менән айына бер тапҡыр үткәрелгән проект сараһында фонд координаторҙары уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирә, бында яугирҙәргә хөкүмәт ярҙамы сараларынан башлап, хатта мутлашыусыларға бәйле мәсьәләләр ҡарала. Кәрәк саҡта психологтар йәлеп ителә. Бер һүҙ менән әйткәндә, «Ғаилә ҡунаҡханаһы»нда тәмле сәйҙәр эсеп, күңелеңде әрнеткән кисерештәреңде сығарырға, көсөргәнеште сисергә, рәхәтләнеп әңгәмә-ләшергә мөмкин.
Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар, Еңеүҙең 80 йыллығы һәм республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы сиктәрендә «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Хәйбулла филиалы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, һәләк булғандарҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса бар яҡлап маҡсатлы эш алып бара һәм төп иғтибарҙы яугирҙәрҙең ғаиләһенә йүнәлтә.
Кәримә Усманова.