-4 °С
Болотло
Баймаҡ районында Лилиә Таҡаева етәкселегендә эшләп килгән «Беҙ бергә» ирекмәндәр хәрәкәте бик ойошҡанлы эшләй. Түбә ҡасабаһы уңғандары толстовкалар тегә. Яугирҙәрҙең толстовкаларға һорауы ҙур. Әлеге ваҡытта улар 200-ҙән ашыу толстовка, 150 башлыҡ һәм 50-гә яҡын дауалау билбауы тегелә. Шулай уҡ түбәтәй, ойоҡбаш һәм бирсәткәләр әҙерләнгән.
Семеновск ауылынан Гөлшат Сәлимова етәкселегендә билбауҙар тегелгән. Гөлшат Усман ҡыҙы Таулыҡай ауылы уңғандарына ла билбау тегергә өйрәткән. Хәнифә Азамат ҡыҙы етәкселегендәге ҡатын-ҡыҙҙар тиҙ арала оҫталыҡ дәресен үҙләштергән. «Билбауҙар әҙер булғас, беҙ уларҙы шунда уҡ алғы һыҙыҡҡа ебәрәсәкбеҙ», - ти улар.