Бөтә яңылыҡтар

Кадрҙар үҙәге төҙөлдө, эшҡыуарлыҡ йорто реконструкциялана

Сибай ҡалаһында былтыр яңы йыл алдынан беренсе модулле кадрҙар үҙәге үҙ ишектәрен асты.   -2024 йылдың майында республикала ике модулле ҡоролмаһы һатып алыуға килешеү төҙөлгән. «Демография» милли проектына ярашлы Дыуан районында һәм беҙҙең Сибай ҡалаһында сафҡа инәсәк яңы объекттар мәшғүллек хеҙмәте селтәре эшмәкәрлеген яңыртыуға булышлыҡ итте,--тине Сибай халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Нурзилә Сәғитова.-Кадрҙар үҙәгенең дөйөм майҙаны 234 квадрат метр тәшкил итә. Уны төҙөүгә республика бюджетынан 14 миллион һум аҡса бүленде.

Кадрҙар үҙәге төҙөлдө, эшҡыуарлыҡ йорто реконструкциялана
Кадрҙар үҙәге төҙөлдө, эшҡыуарлыҡ йорто реконструкциялана

 

- Башҡортостан 4-се йыл рәттән торлаҡ төҙөү буйынса рекорд ҡуя. Бытыр 3 миллион 348 мең квадрат метр торлаҡ  төҙөлөүе – бик лайыҡлы күрһәткес. Бының менән генә туҡталып ҡалмайынса, ҙур ҡалаларҙа торлаҡ төҙөлөшөн үҫтерергә кәрәк, – тине Республика Башлығы Радий Хәбиров.

2019 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, алты йыл эсендә 806 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән, бының өсөн 8,2 миллиард һум аҡса тотонолған.

Республика халҡы “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы сиктәрендә төҙөкләндереләсәк урынды, проектты үҙе һайлай. 2021 йылда үткән тәүге онлайн тауыш биреүҙә 387 мең кеше ҡатнашһа, 2022 йылда уларҙың һаны 560 меңгә тиклем артҡан, 2023 йылда – 760 меңгә, ә 2024 йылда иһә миллионға еткән.

2024 йылда 123 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән. 2025 йылда яңы “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса 94 йәмәғәт урынында яңыртыу эштәре алып барыу күҙаллана.

Башҡортостан шулай уҡ 2019-2022 йылдарҙа иң күп өлөшсөләр хоҡуғын тергеҙгән Рәсәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбенә инде.

2019 йылдан федераль һәм республика программалары сиктәрендә Башҡортостанда, план күрһәткесен 1,5 тапҡырға арттырып үтәп, авария хәлендәге йорттарҙан 6,8 мең кеше яңы торлаҡҡа күсерелгән.

Башҡортостанда күләмлк социаль һәм инфраструктура объекттары төҙөлөү дауам итә. 2024 йылда 19 социаль әһәмиәтле объект сафҡа ингән.

 

Сибай ҡалаһында былтыр яңы йыл алдынан беренсе модулле кадрҙар үҙәге үҙ ишектәрен асты.  

-2024 йылдың майында республикала ике модулле ҡоролмаһы һатып алыуға килешеү төҙөлгән. «Демография» милли проектына ярашлы Дыуан районында һәм беҙҙең Сибай ҡалаһында сафҡа инәсәк яңы объекттар мәшғүллек хеҙмәте селтәре эшмәкәрлеген яңыртыуға булышлыҡ итте,--тине Сибай халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Нурзилә Сәғитова.-Кадрҙар үҙәгенең дөйөм майҙаны 234 квадрат метр тәшкил итә. Уны төҙөүгә республика бюджетынан 14 миллион һум аҡса бүленде.

Әйтергә кәрәк, проект сиктәрендә республиканың барлыҡ мәшғүллек үҙәктәре лә яңыртыласаҡ. Хеҙмәт күрһәтеүҙән алып, мәшғүллек үҙәктәренең тышҡы йөҙөнә ҡәҙәр яңы буласаҡ. Йыл дауамында төбәктең барлыҡ филиалдарында ла капиталь йә булмаһа ағымдағы ремонт уҙғарыласаҡ.

-Модулле рәүештәге «Рәсәйҙә эш» кадр үҙәктәре әле эшләп килгән халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре биналарында ремонт уҙғарыу финанс яғынан бәкәлгә һуҡмаған, шулай уҡ урындағы хакимиәт офис урынлаштырыу өсөн ҡулайлы вариант тәҡдим итмәгән муниципалитеттарҙа төҙөлә. Сөнки был яңыртыуҙар тармаҡ алдына бик күп талаптар ҡуя. Республика етәкселеге ошондай конструкцияларҙы республиканың 10 ҡала һәм районында ҡорорға иҫәп тота,--ти Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Ридан Әхйәмов.

Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Сибайҙан тыш, бындай модулле үҙәктәр, Дыуан, Туймазы, Бишбүләк, Бүздәк һәм Мишкә райондарында буласаҡ. Уларҙы төҙөүгә республика бюджетынан 73 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Өҫтәмә рәүештә тағы 55 миллион һумға яҡын аҡса бүленеп Иглин, Ауырғазы, Баҡалы һәм Благовар райондарында ла ошондай үҙәктәр ҡалҡасаҡ.

Әлеге көндә республикала ундай 3 үҙәк—Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Сибайҙа һәм Өфөнөң Орджоникидзе районында эшләп килә.

-Модулле мәшғүллек үҙәктәре - «Рәсәйҙә эш» берҙәм бренд стилендәге заманса интерьерлы объект. Ул физик мөмкинлеге сикле кешеләр ҡуллана алырлыҡ элементтарҙы, ҙур экранлы уңайлы залдарҙы, балалар биләмәһе, электрон сират системаһын һәм клиенттар өсөн цифрлы сервис, яңы мебель һәм техниканы үҙ эсенә ала,-- ти йәмәғәт фекере лидеры, Сибай институты директоры Илдар Хәмитов.-Сибайҙа кадрҙар үҙәге үҙ ишектәрен асыу үҙе ҙур ҡаҙаныш буласаҡ, ул халыҡ мәшғүллегенә һис шикһеҙ булышлыҡ итәсәк.

Шулай уҡ Сибайҙа әлеге ваҡытта 1978 йылда төҙөлгән элекке “Сибай” ҡунаҡханаһы реконструкциялана. Бер нисә йыл бина уҡыу йорто ятаҡханаһы булараҡ ҡулланыла. 2015 йылдан ул буш тора. Яңыртылған бинала эшҡыуарлыҡ йорто урынлашасаҡ. Төҙөлөштөң заказсыһы—Сибай ҡалаһы хакимиәте. Проектлаусы булып Өфө ҡалаһының республика ҡала төҙөү үҙәге тора. Генераль подрядсы - Санкт-Петербург ҡалаһының «МБ Инжиниринг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Проект етәксеһе Кирилл Куренков әйтеүенсә, төҙөлөш эштәрен Сибай ҡалаһы һәм эргә-тирәләге райондарҙан килгән эшселәр алып бара. Бинаның бөтә ҡаттарында төҙөлөш эштәре гөрләй. Бинаның тышҡы йөҙөн матурлауға үтә күренмәле конструкциялар ҡайтарылған. Бинаға ингән урын яңыртыла, эстә кирбестән стеналар һалына, бүлмәләр гипсокартон менән бүленә, иҙән һалына.

-Эшҡыуарлыҡ йорто төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә этәргес көс буласаҡ. Ҡалала, Урал аръяғында йәшәүселәр үҙ эштәрен асырҙар, фермер хужалыҡтары күбәйер, тип ышанабыҙ,--тине йәмәғәт фекере лидеры, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, эшҡыуар Әхәт Асылбаев.

Гөлдәр Ҡадаева.

Кадрҙар үҙәге төҙөлдө, эшҡыуарлыҡ йорто реконструкциялана
Кадрҙар үҙәге төҙөлдө, эшҡыуарлыҡ йорто реконструкциялана
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: