АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Көнүҙәк мәсьәлә
12 Февраль 2025, 03:50

Темәстә штаб асылды

Темәстә йәшәүсе Марат Морат Улы Ирназаровтың улы Илнур махсус хәрби операцияла һәләк була. Шуға ла тәүгеләрҙән булып ирекмән булып яҙыла һәм штабҡа йомарт ярҙам күрһәтә.

Темәстә штаб асылдыТемәстә штаб асылды
Темәстә штаб асылды

Кисә Темәс ауылында «Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы ирекмәндәре» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ойошторған «Һаҡлаусы Фәрештә» ирекмәндәр штабы филиалын асыу тантанаһы үтте. Штаб етәксеһе—Хафизова Гөлназ Булат ҡыҙы. Штаб күп функциялы ауыл клубы бинаһында урынлаша һәм Темәс, Билал, Түбә һәм Ҡолсора ауыл биләмәләренә ингән 18 тораҡ пунктты үҙ эсенә ала. Был биләмәлә йәшәүселәр хәҙер урындарҙа гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштороу мөмкинлегенә эйә.

Темәстә йәшәүсе Марат Морат Улы Ирназаровтың улы Илнур махсус хәрби операцияла һәләк була. Шуға ла тәүгеләрҙән булып ирекмән булып яҙыла һәм штабҡа йомарт ярҙам күрһәтә.

Шабты асыу тантанаһын  ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яугир Аслаев Данис, шулай уҡ яраланған һәм йәше буйынса демобилизацияланған һалдаттар менән осрашыу тулыландырҙы. Уларҙың барыһы ла тоғро хеҙмәте өсөн рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Бынан тыш, мөһим эшкә ҙур өлөш индергән ирекмәндәр хәрәкәте активистары ла билдәләнде.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас