Йылайыр районы ирекмәндәре яугирҙәребеҙ өсөн 700 порция ҡорот киптергән.
Оло йәштәге ирекмәндәр «Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Ғәлиә Солтанова башланғысы менән үҙәктең тегеү майҙансығында бер клубҡа ойошоп, маскировка селтәрҙәре бәйләй, шифалы үҫемлектәр, йәшелсә йыя, һуңынан уларҙан аш-һыу өсөн витамин йыйылмалары әҙерләй.
Ғәлиә Хәйбулла ҡыҙы һөйләүенсә, ирекмәндәр клубына 100 кеше йыйырға иҫәп тотҡандар, ә уларҙың һаны 300-гә еткән! Теген машинаһы артында оҫталар сиратлап эшләй.
«Преображенск» президент грантын яулаған. Хәҙер бөтә округтан йыйылған Юлдыбай ирекмәндәренең һәр яҡлап тәжрибәләре бар. Ҡеүәтле дегидраторҙар, уңайлы ваҡлаусылар, электрон үлсәүҙәр һәм башҡа етештереү процесы тиҙләткестәре алырға йыйыналар.
Социаль хеҙмәткәрҙәр һәм ирекмәндәргә яугирҙәргә, әлбиттә, төп эштән буш ваҡытта ярҙам итә. "Ирекмәндәр командаһының төп терәге—беҙҙең 23 социаль хеҙмәткәребеҙ һәм 11 ярҙамсыбыҙ",—ти проекттың инициаторы Ғәлиә Солтанова.