+24 °С
Ямғыр
Махсус хәрби операция биләмәһендә яраланған яугирҙәрҙең ата-әсәләре һәм хәләл ефеттәре йылына 35 көнгә тиклем түләүһеҙ отпуск алыу хоҡуғына эйә. Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына тейешле төҙәтмәләр ҡабул итте.
Закон проекты тулыһынса хуплау тапһа, эш биреүсе ғаризала күрһәтелгән ваҡытта отпуск бирергә бурыслы.
Дәүләт Думаһы сайтында билдәләнеүенсә, хәрби һәләк булған осраҡта ата-әсәһе һәм тол ҡатыны (тол ире), документҡа ярашлы, 14 көнгә тиклем өҫтәмә отпуск (эш хаҡы һаҡланмай) алырға мөмкин.