Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарыбыҙ Баймаҡ районы халҡы йыйған гуманитар ярҙамды алды. Гуманитар ылауҙы алып барыу миссияһын Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Дәүербәков, Йомаш ауыл советы башлығы Барый Миңлебаев, мәғариф бүлеге механигы Азамат Баймырҙин һәм водителдәр Радик Маннапов, Камил Яхин һәм Йәмил Байегетов башҡарҙы. Улар Запорожье, Луганск һәм Донецк өлкәләренә барып, уларға тәү кәрәкле тауарҙар тапшырҙы.
Маршруттың оҙонлоғо 5600 километрҙан ашыу тәшкил итә. Район халҡы, эшҡыуарҙар һәм ирекмәндәр иң кәрәкле әйберҙәрҙе йыйҙы, улар—аҙыҡ-түлек, йылы әйберҙәр, матрастар, юрғандар, мейестәр, бензобысҡылар, электр генераторҙары, маскировка селтәрҙәре, дронға ҡаршы япмалар, дрондарға ҡаршы радиоэлектрон көрәш системалары һәм башҡалар. Һалдаттар өсөн яҡташтарыбыҙҙың йылыһын һәм хәстәрлеген тойоу айырыуса мөһим.