Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
13 Декабрь , 20:10

Радий Хәбиров башҡорт телен һаҡлау буйынса алып барылған эш тураһында һөйләне

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда йәшәгән башҡорттар һанының күрһәткестәре яҡшы. Әгәр 2010 йылда 1 172 287 кеше булһа, 2020 йылда – 1 268 806 кеше. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.

Республика етәксеһе башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү темаһына айырым туҡталды.

«Үткән ҡоролтайҙа тел буйынса һорауҙар бик күп булды. Заманса уҡытыу методикаһы, уҡыу ҡулланмалары юҡ ине. Мәктәп программаһында сәғәттәрҙе ҡыҫҡартыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәндән һуң йөҙҙәрсә башҡорт теле уҡытыусыһы үҙ яҙмышы өсөн борсола башланы. Флагман проекттары булманы. Дәүләт учреждениеларында башҡорт теле бөтөнләй ҡулланылманы тиерлек.

Ошо еңел булмаған осорҙа инвестиция, сәнәғәт һәм һаулыҡ һаҡлау сәғәттәре менән бер рәттән милли телдәр сәғәттәре үткәрҙем. Улар минең өсөн бик мөһим ине. Сөнки башҡорт телен һаҡлау проблемаларын нисек хәл итеү аңлашылмай ине. Ә бит телһеҙ бер ни ҙә булмаясаҡ.

Беҙ бергә йыйылып, ижади интеллигенцияның иң яҡшы вәкилдәре, билдәле методистар менән ошо мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Был эштә «Сәләм» һәм «Башҡорт теле буйынса үҙаллы уҡытыусы» мобиль ҡушымталары авторҙашы, «Башҡорт дактиль алфавиты»н һәм «Башҡорт ым-ишара теле буйынса мәғлүмәттәр базаһы»н әҙерләүсе Гөлфирә Абдуллинаның мөһим ролен билдәләп үтәм. Беҙ Искәндәр Сәйетбатталовҡа башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнгәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын ойоштороусыларҙың береһе Ғиниәтулла Ҡунафинға рәхмәтлебеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, республикала башҡорт телен үҫтереү өсөн телгә ихтирам тәрбиәләү юлы һайланды. Һөҙөмтәлә бөгөн хәл тамырынан үҙгәрҙе.

«Быйылғы уҡыу йылында уҡыусыларҙың 80% тиерлек башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнергә теләк белдерҙе. Яңы методикалар, мобиль ҡушымталар барлыҡҡа килде. Башҡорт телендә «Һомай» аҡыллы колонкаһы булдырылды, авторы – Айгиз Ҡунафин.

Беҙ йыл һайын телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә гранттар бүләбеҙ. Быйыл 33 ойошма 50 миллион һум алды. Ә 25 проект башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Полилингваль гимназиялар асабыҙ. Улар беҙҙә һигеҙ. Хәҙер донъяның төрлө мөйөштәрендә йөҙәр мең кеше башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнаша.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды әүҙем эш алып бара. Етәксеһе Гөлназ Йосопованың башҡорт телен үҫтереү буйынса бик күп мөһим проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла, шул иҫәптән һанлы мөхиттә лә.

Иртәгә республика Башҡорт теле көнөн билдәләй. Форсаттан файҙаланып, һәммәһен дә яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлайым», – тине Радий Хәбиров. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-13/radiy-habirov-rasskazal-o-provodimoy-rabote-po-sohraneniyu-bashkirskogo-yazyka-4051274

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: