Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы алып барыусыһы Эльмира Юлдашева МХО-ға барырға ҡарар иткән. Был хаҡта ул «Башинформ» агентлығына һөйләне. Актриса махсус операция бурыстарын алғы һыҙыҡта үтәргә ниәтләй, шуға күрә бөгөн БПЛА операторына уҡый.
— Мин – Тыуған илемдең патриоты. Ватаныбыҙҙы һаҡларға кәрәклегенә һаман да шикләнгән ир-егеттәргә өлгө булғым килә. Коллегаларым минең ҡарарымды бик хупланы. Мәҙәниәт министрлығы етәкселеге минең эш урынымды һаҡлап ҡаласаҡ, – тине Эльмира.
Эльмира Юлдашева үҙенең ниәте ныҡлы булыуын, әммә барыбер борсолоуҙары барлығы хаҡында һөйләне.
– Әлбиттә, мин борсолам. Әммә көслө кешемен, тормошта күпте күрҙем. Барыһы ла килеп сығыр тип уйлайым. Яҡындарыма терәк-таяныс булыуҙары өсөн рәхмәтлемен, – тине актриса.
Эльмира Юлдашева республикала «Ай ҡыҙы» башҡорт телесериалында (режиссеры Әнүәр Нурмөхәмәтов) төп ролде башҡарыусы актриса булараҡ билдәле, шулай уҡ ул – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.