Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
3 Октябрь , 14:55

Тыуған илде һаҡларға, яҡларға кәрәк

Сибай ҡалаһының «Барс» яугир-интернационалистар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәсүл Аманов етәкселегендә «Афған ветерандарынан батырлыҡ һабаҡтары» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын конкурсында ҡатнашып, 2 миллион һум күләмендә аҡса алған.

Тыуған илде һаҡларға, яҡларға кәрәк
Тыуған илде һаҡларға, яҡларға кәрәк

Проектҡа ярашлы команда ағзалары ҡала мәктәптәре уҡыусыларына хәрби-тактик хәрәкәттәр буйынса күнекмәләр ойоштора. Шулай уҡ проект парнеры «ТехноТерра» техник паркы хеҙмәткәрҙәре Төйәләҫ ҡасабаһының 11-се мәктәбе нигеҙендә эшләп килгән бүлегендә пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу үҙенсәлектәре өйрәтә.

Яугир-интернационалистар- Р.Аманов, Р.Биктимеров, И.Исламбаев ошо көндәрҙә иң беренсе күнекмәне «Призывник» клубы тәрбиәләнеүселәренә уҙғарҙы.

-Батырлыҡ дәрестәре үҫеп килеүсе йәш быуында ватансылыҡ тойғоһо уятып ҡына ҡалмай, быуындар бәйләнешен нығыта, уларға тәжрибә тупларға ярҙам итә, Тыуған илде һаҡларға, яҡлар өйрәтә,--ти 11-се мәктәп директоры Зилә Вәлитова, тәрбиәүи йәһәттән яугир-интернационалистар башҡарған эштең әһәмиәте ҙур булыуын күрһәтеп.

«Призывник» клубында 30 ҡыҙ һәм малай шөғөлләнә. Хәрби-баҫыу шарттарында уҙғарылған күнекмәләрҙә уҡыусылар палаткалар ҡорҙо, кәмәләрҙә йөҙҙө, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтте.

-Тактик күнекмәләрҙе йышыраҡ уҙғарырға тырышабыҙ.Бындай саралар уҡыусыларҙы берләштерә, ныҡлыҡҡа, сыҙамлылыҡҡа өйрәтә. Мәктәбебеҙҙә патриотик йүнәлештә тәрбиә элек-электән алып барыла һәм бер ваҡытта ла туҡтағаны юҡ. Әлеге ваҡытта был юҫыҡта эште тағы ла көсәйттек, сөнки донъяла тыныслыҡ юҡ, махсус хәрби операция барыуын барығыҙ ҙа яҡшы беләһегеҙ,--ти Төйәләҫ мәктәбе уҡытыусыһы, «Призывник» клубы етәксеһе Ислам Исламбаев.

-Грант аҡсаһына уҡыу Калашников автоматының уҡыу макеттары, дәрес автоматтары, пневматик винтовкалар, камуфляжлы форма, берцылар, армия ҡайыштары, палаткалар, кәмәләр, берцылар алдыҡ. Грант проекты 2025 йылдың февраленә ҡәҙәр дауам итә. Уны ҡала мәктәптәре араһында уҙғарылсаҡ «Зарница» уйыны йомғаҡлап ҡуясаҡ. Унда пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү буйынса ярыштар ойоштороласаҡ.

Сарала «Призывник» клубы тәрбиәләнеүселәре, ҡаланың 10 мәктәбе командаһы көс һынашасаҡ,--тип өҫтәне «Барс» яугир-интернационалистар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәсүл Аманов

Грант аҡсаһы клубтың матди-техник яңыртылыуҙан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш итеүҙе өйрәтеү модуле, проект өҫтөндә эшләгән командаға аҡса түләүгә ебәрелә. Ҡала мәктәптәре уҡыусылары менән патриотик тәрбиә темаһына 12 осрашыу уҙғарыласаҡ.

Төйәләҫтә оҙаҡ йылдар эшләп килгән «Призывник» клубы ағзаларының күбеһе Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән. Хәрби һөнәр һайлаусылар ҙа байтаҡ. Контракт төҙөп махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа күп. Һәләк булыусылар ҙа юҡ түгел.

Нисек кенә булмаһын Афған һуғышын үткән ветерандар ойошторған күнекмәләрҙе буласаҡ ил һаҡсылары түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Сөнки яугирҙәр Тыуған илгә хеҙмәт итеү бурыс ҡына түгел, выждан, намыҫ өлгөһө лә тип аңлата.
Гөлдәр Ҡадаева.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: