Контракт буйынса килешеү төҙөү өсөн Сибай ҡалаһының Пионерҙар урамының 7-се йортонда урынлашҡан хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефондар: 8-987-474-71-93; 8 (34775) 2-36-58; 8-996-100-90-87.
Рәсәй Президенты 1 августан 31 декабргә тиклем махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға контракт төҙөгән яугирҙәргә 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Түләү РФ Оборона министрлығы менән бер йылдан күберәк мөҙҙәткә контрактҡа ҡул ҡуйғандарға түләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда быйыл 10 июлдән республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме артты.
Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн РФ Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған кеше бер тапҡыр республиканан 505 мең һум аласаҡ. Сибай ҡалаһы хакимиәте өҫтәмә рәүештә 100 мең һум түләй.
Шулай итеп, 400 мең һумға тиң федераль түләүҙәрҙе, Сибай ҡала хакимиәте бүлгән 100 мең һумды иҫәпкә алып, Башҡортостандан ил һағына юлланған хәрбиҙәр бер тапҡыр 1 миллион 5 мең һум аласаҡ.
Бөтә һорауҙар буйынса төбәк халҡы ситуацион үҙәктең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк офистарында мөрәжәғәт итә ала.
Һайлап алыу пункты номеры: (347) 248-29-31.