Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда яңы контракт төҙөүселәргә түләү 1,2 миллион һумға тиклем арттырылды

Республикала йәшәүсе Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеү өсөн килешеү төҙөһә, уға республика 505 мең, Өфө мэрияһы 300 мең һәм Рәсәйҙең Оборона министрлығы 400 мең һум аҡса бирә. Шулай итеп, Башҡортостан хәрбиҙәренә бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аҡса түләнә. Ай һайын улар 210 мең һум эш хаҡы ала.Контракт төҙөү менән ҡыҙыҡһыныусылар ситуация үҙәгенең 122 телефоны йәки +7 (347) 218-19-19 һанына, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәге офисына шылтыратып белешмә ала ала.Һайлап алыу пункты һандары +7 (347) 248-29-31.

Башҡортостанда яңы контракт төҙөүселәргә түләү 1,2 миллион һумға тиклем арттырылды
Башҡортостанда яңы контракт төҙөүселәргә түләү 1,2 миллион һумға тиклем арттырылды

Рәсәй Президенты 1 августан 31 декабргә тиклем махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға контракт төҙөгән яугирҙәргә 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Түләү РФ Оборона министрлығы менән бер йылдан күберәк мөҙҙәткә контрактҡа ҡул ҡуйғандарға түләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда быйыл 10 июлдән республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме артты.

Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн РФ Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған кеше бер тапҡыр республиканан 505 мең һум аласаҡ. Өфө хакимиәте өҫтәмә рәүештә 300 мең һум түләй.

Шулай итеп, 400 мең һумға тиң федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостандан ил һағына юлланған хәрбиҙәр бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аласаҡ.

Бөтә һорауҙар буйынса төбәк халҡы ситуацион үҙәктең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк офистарында мөрәжәғәт итә ала.

Һайлап алыу пункты номеры: (347) 248-29-31.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: